Был хаҡта бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров "Белем биреү сәғәте"ндә белдерҙе, тип хәбәр итә "Башҡортостан" гәзите
Уның әйтеүенсә, уҡыу планы элеккесә ҡаласаҡ. Иң мөһиме - уҡытыусыларҙың эш хаҡы кәмемәйәсәк, әүәлге кимәлдә ҡала.
Шул уҡ ваҡытта Радий Фәрит улы мәғариф министрлығына тематик шәмбеләрҙең мотлаҡҡа әүерелмәүенә, балаларҙың тулы ике көн ялы булырға тейешлегенә айырыуса иғтибар бирергә, уларҙы исем өсөн генә мәктәпкә саҡырмаҫҡа ҡушты. Шулай уҡ спорт секциялары һәм мәҙәниәт учреждениеларына балаларҙың ял көндәрендә спорт менән шөғөлләнергә, театрҙарға, музейҙарға йөрөү өсөн уңайлы булһын өсөн эш режимын үҙгәртеү кәрәклеген әйтте.
"Шәмбене уҡыусылар түҙемһеҙләнеп көтөп алһын, ул фекер алышырҙай ваҡиға булырға тейеш. Быларҙың күбеһе уҡытыусыларҙан ғына түгел, атай-әсәйҙәрҙең үҙенән дә торорға тейеш", - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Бөтә уҡыу йылына 32 шәмбенең һигеҙендә тематик шәмбеләр үткәреү күҙаллана. Уҡыусыларға ҡыҙыҡлы булһын өсөн теманы дөрөҫ итеп һайлау кәрәк тип иҫәпләй төбәк етәксеһе.