Тиҙҙән Воскресенк ауылы халҡының хыялдары тормошҡа аша: оҙаҡламай бында яңы балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен аса.
35 урынға иҫәпләнгән “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһына былтыр нигеҙ ташы һалынды. Өфө ҡалаһының “8-се һанлы төҙөлөш идаралығы” йәмғиәте эшселәре ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бинаның үҙен күтәреп, башын ябып та ултыртты. Әле объектта төҙөлөш эштәре тамамланыуға бара, штукатур-малярҙар бинаны эске яҡтан матурлау – буяу-ағартыу эштәренә тотонһа, икенселәр иҙәндәргә плиткалар йәбештерә, сантехника ҡорамалдарын урынлаштыра. Эш бүлмәләренә ишектәр ҡуйғас, иҙәнгә линолеум түшәүгә тотонасаҡтар.
Бинаның эске яғын матурлау менән бер рәттән тышта ла төҙөкләндереү эштәре дәррәү бара: эшселәр объектты арттан профнастил, алдан тимер рәшәткә менән кәртәләй. Юлсылар балалар баҡсаһы алдына - Мәктәп урамының 255 метрына, 460 квадрат метрлыҡ автомобилдәр өсөн туҡталыш урыны менән, асфальт түшәй. Эштәрҙе Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығының Хәниф Ваһапов бригадаһы башҡара. Асфальт һалыу машинаһы машинисы Александр Дыбов, каток машинистары Ирек Ҡотлоғужин һәм Фәнис Яйыҡбаев, эшселәр Самат Ҡотлоғужин, Илнур Хәмитов, битум йөрөтөүсе Радик Йәнбирҙин һәм “УАЗ” водителе Мансур Хәлитов башҡа участкаларҙа кеүек үк бында ла ҙур яуаплылыҡ менән эшләйҙәр.
Тиҙҙән яңы асфальт түшәлгән юл буйлап бәхетле балалар өр-яңы балалар баҡсаһы – үҙҙәренең икенсе өйөнә әйләнгән, уларға белем-тәрбиә биргән, донъяны танып белергә өйрәткән белем усағына ашығасаҡ.