Бөгөн беҙҙең республикала, республикала ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙә урта махсус белемле белгестәр етешмәй, ашнаҡсы, слесарь, тракторсы, иретеп йәбештереүсе, водитель, электрик... Уйлап ҡараһаң, ауыл ерендә иң кәрәкле һәм иң талап ителгән һөнәрҙәр... Үҙҙәре тыуып үҫкән ерҙән ситкә, ҙур ҡалаларға китергә теләмәгән йәштәр – мәктәпте тамамлаусы егет-ҡыҙҙар араһында ла тормошта кәрәкле булған һөнәрҙәргә уҡыу теләге барҙыр. Беҙҙең райондың эшсе һөнәрҙәр әҙерләүсе белем усағы – Мәләүез күп профилле һөнәрселек колледжының Мораҡ филиалына 1947 йылда нигеҙ һалынһа ла, ул әлегәсә уңышлы эшләп килә һәм беҙҙең, күрше райондарҙа йәшәүсе йәштәргә 9-11-се класс базаһында төрлө һөнәр буйынса белем алырға мөмкинлек бирә. Был уҡыу йортонда уҡытыу системаһы йәш белгесте тулыһынса эшкә әҙерләү, заман талаптарына ярашлы профессионал итеп өлгөртөү маҡсатында ҡоролған. Мәләүез күп профилле һөнәрселек колледжының Мораҡ филиалы директоры Рәил Иҫәнбирҙин менән әңгәмәбеҙ ҙә тап ошо хаҡта, ауыл хужалығы өлкәһендә, ауыл һәм ҡала ерлегендә эшләй алырлыҡ урта махсус белемле белгестәрҙе әҙерләү темаһына арналды.
- Рәил Мөтиғулла улы, һеҙ етәкләгән уҡыу йорто ауыл хужалығы өлкәһенә йәш белгестәрҙе әҙерләүҙе дауам итә. Быйылғы уҡыу йылында һеҙҙә ниндәй йүнәлештәр буйынса белем алырға мөмкин буласаҡ?
- Эйе, беҙҙең уҡыу йорто ауыл хужалығы өлкәһендә эшләй алырлыҡ тракторсылар, водителдәрҙәр, иретеп йәбештереүселәр, ашнаҡсылар һәм башҡа эшсе һөнәрҙәргә уҡытыуҙы дауам итә. Былтыр беҙҙең уҡыу йортонда бөтәһе 225 кеше белем алды. Быйыл тағы 75 кешене уҡырға алырға иҫәп тотабыҙ. 1 июлдән яңы уҡыу йылына документтар ҡабул ителә башланы, ул 30 авгусҡа тиклем дауам итәсәк.
9-сы класты тамамлаусылар өсөн ауыл хужалығы сәнәғәте тракторсы-машинисына, «В», «С», «Е», «D», «F», категорияларына уҡырға, ауыл хужалығы машиналарын һәм ҡорамалдарын ремонтлау буйынса слесарь һөнәрен алырға мөмкинлек бар. Шулай уҡ 9-сы класты тамамлаусылар иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә ала, был киң талап ителгән һөнәргә быйылғы уҡыу йылынан бюджет нигеҙендә уҡырға мөмкин буласаҡ.
11-се класты тамамлаусылар “Усадьба хужабикәһе”нә (хужаһы) (ашнаҡсы, йәшелсә үҫтереүсе, иҫәпсе квалификацияларына) уҡый ала. Беҙҙең белем усағын тамамлап, диплом алғас, юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарына льготалы шарттарҙа уҡырға инергә була. Әгәр кемдәрҙер яңы һөнәр алырға йәки яңынан уҡырға теләһәләр, филиалда өс айлыҡ киске түләүле курстар бар, унда уҡыусыларға йәш сикләүҙәре юҡ, курстарҙы тамамлаусыларға танытма бирелә.
- Филиал райондың эре хужалыҡтары менән хеҙмәттәшлек итәме?Һеҙҙең уҡыусылар алған белемдәрен ҡайҙа нығыта һәм ҡайҙа практика үтә?
- Беҙҙең уҡыусылар: буласаҡ механизаторҙар - “Тәүәкән” “Иртөбәк агрофирмаһы”, “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” йәмғиәттәрендә, «Октябрь» ауыл хужалығы кооперативында, умартасылар - «Ҡырағай бал” йәмғиәтендә, Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең тәжрибә майҙансығында, электриктар - Мораҡ район электр селтәрҙәрендә, “Энергия” йәмғиәтендә, кондитерҙар икмәкханаларҙа, ашханаларҙа һәм башҡа дөйөм туҡланыу учреждениеларында үтә. Үҙебеҙҙә тәжрибә хужалығы уңышлы эшләп килә, беҙҙең иҫәптә бөтәһе 1120 гектар ер бар, уның 750-һе баҫыулыҡтар булһа, ҡалғандары - бесәнлек һәм көтөүлектәр. Эре мал аҫрайбыҙ, йыл һайын уларҙың тоҡомон яҡшыртырға тырышабыҙ.
- Студенттарға уҡыу һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу –төп талаптарҙың береһе. Был йүнәлештә ниндәй эштәр башҡарылды?
- Ысынлап та, уҡыусылар тырышып белем алһын, һөнәр үҙләштерһен өсөн тейешле шарттар булдырыу – беҙҙең төп маҡсаттарҙың береһе. Беҙҙең ике ятаҡхана бар, күрше райондарҙан, район үҙәгенән йыраҡта урынлашҡан ауылдарҙан килгән студенттарға ятаҡтан урындар бушлай бирелә.
Белем усағын яңы уҡыу йылына ҡулдан килгәнсә әҙерләргә тырышабыҙ: былтыр уҡыу корпусының ҡыйығы алмаштырылды, бүлмәләре кәрәкле торошҡа килтерелде, 2-се ятаҡтың ҡыйығы, душ кабиналары ремонтланды, уҡыу корпусының һәм ятаҡтарҙың электр ҡорамалдары талаптарға ярашлы итеп эшләнде. Уҡыу объекттары янғын һүндереү ҡорамалдары, берҙәм дежур хеҙмәтенә тура сығыусы янғын иҫкәрткестәре, “антитеррор” системаһы менән комплекланды. Уҡыу йортоноң матди-техник базаһын нығытырға Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы ҙур ярҙам күрһәтте. Йыл аҙағына тиклем ятаҡтарҙың тәүге һәм икенсе ҡаттарының коридорҙарына капиталь ремонт яһау планлаштырыла, был маҡсатҡа аҡса бүленгән.
- Яҡшы белгестәр әҙерләүҙә төп иғтибар, әлбиттә, яҡшы белем биреүсе уҡытыусылар коллективында. Коллектив, студенттар тураһында ла әйтеп китегеҙ әле.
- Беҙҙә үҙ эшен яратҡан һәм яҡшы белгән һәйбәт коллектив тупланған. Теоретик белем биреү менән бергә, уҡыу йортонда практик йүнәлешкә лә ҙур иғтибар бүленә. Студенттар ҙа белем алыу, уҡыу менән генә шөғөлләнмәй, үҙ һәләттәрен төрлө яҡлап һынап ҡарай. Форсаттан фйҙаланып, колледж данын яҡлап төрлө конкурс һәм ярыштарҙа әүҙем ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Спорт секциялары һәм түңәрәктәре йәмәғәт башланғыстарында эшләй. Мәҫәлән, февралдә ҡурай бүлеге асылды. Район мәҙәниәт һарайының талантлы ҡурайсыһы Линар Сәйфетдинов етәкләгән бүлектә 10 кеше аҙнаһына 4 тапҡыр шөғөлләнә. Ансамбль яҙ көнө Хәйбулла районында үткән Д.Хәсәнов исемендәге республика конкурсында һәм “Мораҙымдың моңло хазинаһы” төбәк-ара фестивалендә ҡатнашып та өлгөрҙө. Әйткәндәй, ансамлдә беҙҙең уҡыусылар ғына түгел, ә ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә теләүселәрҙең барыһы ла шөғөлләнә ала.
- Рәил Мөтиғулла улы, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙ етәкләгән уҡыу йортоноң данлыҡлы үткәне, ғорурланырлыҡ шәхестәре, маҡтап телгә алырлыҡ уҡытыу¬сылары, студенттары бар. Улар, ла¬йыҡлы алмаш булып, киләсәккә ҙур өмөт менән ҡарай, ең һыҙғанып эшләргә, уҡырға тырыша. Һеҙгә артабан да тик уңыштар ғына насип булһын.