ӨФӨ, 2019 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.
«Башҡорттарҙы «башҡортҡа» һәм «башҡорт булмаған»ға бүлеү бөтөнләй дөрөҫ түгел. Кемдер телде тейешле кимәлдә белмәһә йәки ниндәйҙер диалектта һөйләшһә, ҡайһы бер «тел белгестәре» уға «сит кеше» тип ҡарай башлай. Диалекттары әҙәби башҡорт теленә инмәгәндәрҙе айырып ҡарауҙан туҡтарға кәрәк. Уларҙың башҡорт филологияһы факультетын тамамлағандарға ҡарағанда нығыраҡ башҡорт рухлы булыуҙары мөмкин. Әгәр ул башҡортса һөйләшмәй, ләкин үҙен ошо бөйөк халыҡтың бер өлөшө итеп тоя, шуның менән ғорурлана икән, ул башҡорт. Мин дә оҙаҡ ваҡыт кеше алдында башҡортса һөйләшмәнем, сөнки әҙәби телде белгәндәрҙең ҡырын ҡарашынан ҡурҡа инем. Ләкин коллегаларым, дуҫтарым менән рәхәтләнеп туған телемдә аралашам. Һәләтемде мөмкин булғанса үҫтерәсәкмен».