Мораҙым
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
24 Июнь 2019, 19:41

Уҡытыусылар ҡағыҙ эшенән ҡотоласаҡ

Тиҙҙән Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индереләсәк һәм уның буйынса мәктәп уҡытыусылары ни бары дүрт төрлө отчет документы тултырасаҡ, тип белдергән илдең мәғариф министры Ольга Васильева.

Тиҙҙән Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индереләсәк һәм уның буйынса мәктәп уҡытыусылары ни бары дүрт төрлө отчет документы тултырасаҡ, тип белдергән илдең мәғариф министры Ольга Васильева.


Уҡытыусыларҙы артыҡ отчеттарҙан, ҡағыҙ тултырыуҙарҙан азат итеү йәһәтенән: “Ниһайәт, беҙҙе ишеттеләр, тип уйлайым: мәктәптә дүрт документ ҡалырға тейеш һәм ҡаласаҡ та. Был – фәндәр буйынса эш программаһы, регуляр-тематик планлаштырыу, электрон журнал, электрон көндәлек. Һанлы мәғариф мөхите сиктәрендә документтар пакеты әҙерләнгән, уны бер генә тапҡыр индерәсәкбеҙ. Ғөмүмән, Хеҙмәт Кодексына үҙгәреш индереүгә килгәндә, тап телгә алынған дүрт документ норма булараҡ нығытыласаҡ”, – тип белдергән Ольга Васильева Рәсәй Дәүләт Думаһында үткән парламент тыңлауҙарында.


Автор: Г. БАЛТАБАЕВА.

Читайте нас: