Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы кисәләрҙе уҙғарыу урындары тураһында тәҡдимдәр әҙерләне. Ҡотҡарыусылар ике эвакуация сығыу юлы булған биналарҙы файҙаланырға, яуаплы кешеләргә залдарҙа дежурлыҡ итергә, тамашалар ваҡытында утты тулыһынса һүндермәҫкә, фейерверктар, хлопушкалар ҡулланыуҙы тыйырға кәңәш бирә.