Үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫҡан егет-ҡыҙҙарға район мәғариф бүлеге матур бүләк әҙерләне – З.Биишева паркында “Яҙғы бал” ойошторолдо.
Сараға Мораҡ башҡорт гимназияһы, Мораҡ 1-се, Йомағужа 1-се, 2-се, Теләүембәт, Тәүәкән, Яңы Хвалын, Исем, Воскресенк урта мәктәптәренең сығарылыш класс уҡыусылары саҡырылды. “Яҙғы бал” мәктәпте тамамлаусылар өсөн генә түгел, ә ата-әсәләр, уҡытыусылар, ғөмүмән, был көндө паркка ял итергә килгәндәр өсөн иҫтә ҡалырлыҡ матур ваҡиға булды.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев,район мәғариф бүлеге Рәсүл Әхмәтйәнов йәштәргә үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, теләгән ерҙәренә уҡырға инеүҙәрен, уҡып, һөнәр алып районға, республикаға кәрәкле кешеләр булып сығыуҙарын теләне.
Булыр бала – биләүҙән, тигән бик хаҡ һүҙҙәр бар халҡыбыҙҙа. Мәктәп, район, республика кимәлендәге төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, спорт өлкәһендә ҙур еңеүҙәр яулаған, ата-әсәләренең, тыуған мәктәбенең оло ғорурлығы булған сығарылыш класс уҡыусылары – Дарья Мулык (Йомағужа 1-се), Илья Оренбуркин (Мораҡ 1-се), Рәфиә Мәжитова (гимназия), Наҙгөл Рафиҡова (гимназия), Андрей Кормаков (Йомағужа 1-се), Рәфис Кәримов (Йомағужа 2-се), Снежанна Дьякова (Исем), Илья Кипиров (Мәҡсүт), Гөлфиә Килсенбаева (Яңы Хвалын), Алһыу Хайсарова (Теләүембәт), Зөхрә Хайсароа (Тәүәкән), Илүзә Ғилманова (Йомағужа 2-се), Сөләймән Янбаев (гимназия), Кирилл Дзюбо (гимназия), Анастасия Сергеева (гимназия), Илдар Сәйфетдинов (гимназия), Георгий Шульгин, Владимир Коченко (Йомағужа 1-се), Никита Лукьянов (Йомағужа 2-се) район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Сығарылыш кисәһен вальсһыҙ күҙ алдына килтереүе мөмкинме һуң? “Һуңғы вальс”ты Мораҡ 1-се урта мәктәбе уҡыусылары бүләк итте. Һуңғы йылдарҙа бик популяр булып киткән, Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусылары тәҡдим иткән заманса көйҙәргә флешмоб байрамдың сағыу биҙәге булды.
Был кис парк гөрләне. Уҡыусылар бер ғаиләләй булып киткән дуҫтары, һабаҡташтары менән рәхәтләнеп бейене. Үҙҙәренең бала сағы, бер ҡайғыһыҙ ғәмһеҙ саҡтары менән хушлашыу кисәһендә ихлас, иҫтә ҡалырлыҡ, аҙаҡ һағынып иҫләрлек итеп күңел асты. Ә беҙ әле яңы 17-18 йәштәре тулған егет-ҡыҙҙарға имтихандарҙы ла шундай дәрт, дарман менән тапшырып, алда көткән тормош һынауҙарын, осраған ауырлыҡтарҙы шундай еңеллек һәм сәм менән еңеп, йырып сығырға булһын тип теләйбеҙ. Розалия ИСҠУЖИНА.
Автор һәм Анастасия ВАСИЛЬЕВА фотолары.