Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
27 Май 2019, 11:50

“Һуңғы ҡыңғырау” башлап алып сыға Һәр баланы тормош юлына

25 май район мәктәптәрендә белем алыусы 534 уҡыусы өсөн “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы үтте. Быға тиклем ҡойоп-түгеп яуған ямғыр ҙа оло тормош юлына баҫасаҡ егет-ҡыҙҙарҙың көтөп алған байрамына ҡамасауларға теләмәне – иртә таңдан күктә бер болот әҫәре лә булманы, сағыу ҡояш һәр бер кешене көлтө-көлтә нурҙарына сорнаны.

25 май район мәктәптәрендә белем алыусы 534 уҡыусы өсөн “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы үтте. Быға тиклем ҡойоп-түгеп яуған ямғыр ҙа оло тормош юлына баҫасаҡ егет-ҡыҙҙарҙың көтөп алған байрамына ҡамасауларға теләмәне – иртә таңдан күктә бер болот әҫәре лә булманы, сағыу ҡояш һәр бер кешене көлтө-көлтә нурҙарына сорнаны.
Яңы Хвалын урта мәктәбе лә үҙенең 11 йыл буйы белем һәм тәрбиә биргән 7 уҡыусыһын – Гөлфиә Килсенбаева, Карина Хәсәнова, Айһылыу Тажетдинова, Резида Һунаршина, Эльмира Кәримова, Юныс Ишмәтов, Флүр Ҡотлогилдиндарҙы һәм 9-сы класты тамамлаусы Ильяс Абдуллин, Регина Айытҡолова, Ринат Ильясов, Айһылыу Исмәғилева, Илназ Миңлебаев, Ләйсән Ниғмәтуллина, Рамаҙан Хәсәнов һәм Лиана Кузьмичеваларҙы оло тормош юлына оҙатты.
Ғүмерҙәренең иң ғәмһеҙ, иң саф мәле – бала саҡтары, тыуған мәктәбе, нисә йылдар буйы белем һәм тәрбиә нигеҙҙәре һалған ҡәҙерле уҡытыусылары, бер туғандай булып киткән дуҫтары менән хушлашыу кисәһе – “Һуңғы ҡыңғырау байрамы” һәр ваҡыттағыса бик тулҡынландырғыс булды. Йөрәккә үтеп инерлек шиғырҙар, йырҙар, һуңғы вальс, сығарылыш класс уҡыусыларының, уҡытыусыларҙың, ата-әсәләҙең күҙҙәрендә сағылған күҙ йәштәре, өлкәндәрҙең, кескәйҙәрҙең изге теләктәре...
Мәктәп директоры Айгөл Килсенбаева балаларға үҙ фатихаһын биреп, хәҙер инде үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫҡан егет-ҡыҙҙарға бөтә хыялдарының тормошҡа ашыуын, тыуған мәктәптәренең, уҡытыусыларының, ата-әсәләренең ғорурлығы булып, алға ҡуйған маҡсаттарына ҡыйыу юл ярыуҙарын теләне.
“Һуңғы ҡыңғырау” уҡыу йылы тамамланыуын белдереүсе тантаналы сараларҙың береһе, тимәк, үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһау мәле лә. Тантаналы шарттарҙа быйыл үҙҙәренең ғүмер байрамдарын билдәләүсе башланғыс кластар уҡытыусыһы Фирҙәүес Һунаршинаға район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамотаһы, ә мәктәп автобусы водителе Таһир Ҡотлогилдинға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ошондай уҡ изге теләктәрҙе район хакимиәте башлығының Ҡотлау адресын тапшырыусы район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Хөснуллина, тәүге уҡытыусылары Фирҙәүес Һунаршина, сарала ҡатнашыусы педагогик хеҙмәт ветерандары Лилиә Мәүлетова, Зәбилә Килсенбаева, класс етәксеһе Азамат Алламоратов, ата-әсәләр исеменән Алһыу Тажетдинова еткерҙе. Ә сығарылыш класының иң әүҙем уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы, беҙҙең йәш хәбәрсебеҙ Гөлфиә Килсенбаева үҙенең йөкмәткеле мәҡәләләре менән гәзитебеҙҙе байытыуға өлөш индергәне өсөн “Мораҙым” гәзитенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
11-се класс уҡыусылары Гөлфиә Килсенбаева, Флүр Ҡотлогилдин менән 1-се класта белем алыусы Дилә Хөснуллина, Ислам Хисаметдинов сыңлатҡан көмөш телле ҡыңғырау сығарылыш класс уҡыусыларын мәктәп менән хушлашыу һуҡмағына саҡырҙы...
Хәйерле юл һеҙгә, егеттәр, ҡыҙҙар! Юлдарығыҙ гел уң булһын!
Читайте нас: