Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
24 Май 2019, 11:36

Алда көтә тормош мәктәбе!

Мораҡ башҡорт гимназияһының 11-се “г” класында белем алған Наҙгөл Рафиҡова тик “5” билдәләренә генә өлгәшә. Уҡыуға башкөлләй бирелгән уҡыусы биология һәм химия фәндәрен үҙ итә, был фәндәрҙе төптәнерәк өйрәнеү өсөн өҫтәмә шөғөлләнергә лә ваҡытын йәлләмәй. Уңыштары ла бар: мәҫәлән, 10-сы класта уҡыған сағында биология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында еңеү яулаған, быйылғы йылда ла үҙ көсөн һынап ҡараған һәм йәнә шундай уҡ уңышҡа ирешкән. Класс етәксеһе Алик Ғүмәров та Наҙгөлдөң тырыш, әүҙем уҡыусы икәнен һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Иртәгә илебеҙҙең барлыҡ мәктәптәрендә лә “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы уҙасаҡ һәм һанаулы ғына көндәрҙән меңәрләгән егет-ҡыҙҙар уҡытыусылары, белем усаҡтары менән хушлашасаҡ. Оло тормош юлына аяҡ баҫырға йыйынғандар араһында һеҙ һүрәттә күргән һылыуҡай ҙа бар.

Мораҡ башҡорт гимназияһының 11-се “г” класында белем алған Наҙгөл Рафиҡова тик “5” билдәләренә генә өлгәшә. Уҡыуға башкөлләй бирелгән уҡыусы биология һәм химия фәндәрен үҙ итә, был фәндәрҙе төптәнерәк өйрәнеү өсөн өҫтәмә шөғөлләнергә лә ваҡытын йәлләмәй. Уңыштары ла бар: мәҫәлән, 10-сы класта уҡыған сағында биология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында еңеү яулаған, быйылғы йылда ла үҙ көсөн һынап ҡараған һәм йәнә шундай уҡ уңышҡа ирешкән. Класс етәксеһе Алик Ғүмәров та Наҙгөлдөң тырыш, әүҙем уҡыусы икәнен һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Әйткәндәй, бына тигән бейеүсе лә Наҙгөл! Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлеген тамамлаған ҡыҙ байтаҡ йылдар “Грация” ансамблендә (етәксеһе – Гөлшат Байтуғанова) бейей һәм иптәш ҡыҙҙары менән бергә төрлө бәйгеләрҙә, шул иҫәптән “Байыҡ” балалар бейеү конкурсында, бер нисә тапҡыр “Гран-при”, лауреат, дипломант исемдәрен ала.

Киләсәккә хыялдары ҙур Наҙгөлдөң, әлегә иһә уны оло һынау – Берҙәм дәүләт имтихандары көтә. Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, ниәттәрен тормошҡа атҡарырға насип булһын уға!

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: