Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Май 2019, 16:14

Пионерҙар һәр саҡ сафта

Быйыл да был матур йола үҙ көсөндә ҡалды һәм пионерия ойошмаһының 97 йыллығына арналған район слеты уҙғарылды. Унда балалар хәрәкәтенең иң әүҙем ағзалары, лидерҙары ҡатнашты.

СССР заманында йыл һайын 19 майҙа Пионерия көнө киң билдәләнә торғайны. Әммә бөйөк ил тарҡалғандан һуң, был көн үҙенең рәсмилеген юғалтты. Шулай ҙа район пионерҙары - “Йәш күгәрсенле” был байрамды онотмай, йыл һайын пионерҙар слеты уҙғара һәм үҙҙәренең сафын йәш пионерҙар менән тулыландыра.

Быйыл да был матур йола үҙ көсөндә ҡалды һәм пионерия ойошмаһының 97 йыллығына арналған район слеты уҙғарылды. Унда балалар хәрәкәтенең иң әүҙем ағзалары, лидерҙары ҡатнашты.

Сараны “Йәш күгәрсенле” ойошмаһы рәйесе Татьяна Романова асты, пионерҙар марш аҫтында залға “Башҡортостан пионерҙары” флагын алып инде һәм рапорт бирҙе. Район пионерия эшмәкәрлеге ветераны Анна Федорова район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов исеменән ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм иң яҡшы өлкән вожатыйҙарға – Ольга Гусеваға (Мораҡ 1-се урта мәктәбе), Альбина Ҡаразбаеваға (Йомағужа 1-се урта мәктәбе), Альбина Алламоратоваға (Мораҡ башҡорт гимназияһы) һәм әүҙем пионерҙарға – Наҙгөл Иҫәнгилдина (Тәүәкән), Валерия Сурандаева (Мәҡсүт), Фатима Сәйетҡолова (Сапыҡ), Дарья Харламова (Исем), Рима Әбделмәнова (Яңы Хвалын), Полина Савина (Мораҡ 1-се урта мәктәбе), Денис Ямтиев (Йомағужа 2-се урта мәктәбе), Миләүшә Якиева (Күгәрсен), Радмир Йәмғоров (Хоҙайбирҙин), Лиана Абдуллина (Йомағужа 1-се урта мәктәбе), Гүзәл Сәлихова (Сәйетҡол), Полина Феофанова (Воскресенск), Наҙгөл Рәхимова (Үрге Сирбай), Дарья Чуднова (З.Биишева исемендәге мәктәп), Юлиә Арыҫланова (гимназия), Ксения Шереметҡа (Волостновка) маҡтау грамоталары тапшырҙы.

Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре пионер ойошмаһы тарихы менән таныштырҙыһәм бейеү композицияһы бүләк итте.

Һәм бына тулҡынландырғыс мәл: фанфаралар яңғырай һәм 3-сө класс уҡыусылары тантаналы вәғәҙә бирә. Төрлө быуын пионерҙары уларҙың муйынына галстук бәйләй һәм республика балалар йәмәғәт ойошмаһы символы – алтын бал ҡорто төшөрөлгән значоктар тапшыра. Башҡортостан пионерҙары “Тыуған ил өсөн! Изгелек һәм ғәҙеллек өсөн! Хеҙмәт, дуҫлыҡ, намыҫ өсөн! Әҙер булығыҙ!” тигән саҡырыуға “Һәр ваҡыт әҙер!” тип берҙәм яуап бирәләр.

Тантаналы линейканан һуң пионерҙар “Планер” (етәксеһе – Э.Псянчин); “Пионер пилоткаһы” (Р.Ибракова, Н. Казбакова); “Бөркөттәр түңәрәге” (А.Сәйфуллина, И Сафина, Р Абсалиҡова); “Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте гимны” (Е.Спирина) һәм тарих буйынса (Г.Ғилманова) оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.

Сара пионерҙар флешмобы менән тамамланды.

Сөмбөл ХАФИЗОВА,

Балалар ижады үҙәге директоры.



Читайте нас: