Башҡорт теленән төбәк диктанты 2015 йылдан үткәрелә. Быйылғыһы, бишенсе тапҡыр үткәне, Башҡорт мөхтәриәтенең 100 йыллығы уңайынан Халыҡ-ара статус алды.
Хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыуға, телде үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән ирекле акцияға беҙҙең Күгәрсен районы ла әүҙем ҡушылды. Район башҡорттары ҡоролтайы менән мәғариф бүлеге Башҡорт теле байрамын быйыл да юғары кимәлдә ойошторҙо.
Төп майҙансыҡта (Мораҡ башҡорт гимназияһы) йөҙҙән ашыу телһөйәр диктант яҙһа, тағы 13 мәктәптә зыялылар үҙ теленә ихтирамын, һөйөүен күрһәтеп (барлығы 1500-дан ашыу кеше) акцияла ҡатнашты.
Быйыл яҙма эш ике йүнәлештә - башҡорт телен камил һәм башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн ойошторолдо.
Мораҡ башҡорт гимназияһында төрлө ойошма, предприятие хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев та, уның урынбаҫары Эльвера Фәйрушина ла яҙма эш башҡарҙы.
Ике төркөм өсөн текстар ҙа төрлө булды. Тәүгеһе, телде яҡшы белгәндәр өсөн тәғәйенләнгән текст Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, шағир һәм драматург Салауат Әбүзәровтың әҫәренән, икенсеһе башҡорт теле дәреслегенән алынған.
Онлайн бәйләнештә тәүге тексты Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, икенсеһен “Башинформ” йәмғиәте директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов уҡыны. Ә беҙҙәге майҙансыҡтарҙа текстарҙы яҙҙырыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына йөкмәтелде.
Дөйөм республика буйынса был көндә барлығы 800-ҙән ашыу майҙансыҡ эшләне. Бынан тыш Германия, польша, Испания, Италия, Ҡаҙағстан, Канада, Сербия, Америка Ҡушма штаттары, Төркиә, Швейцария, Швеция илдәрендә, Курил утрауҙарынан, Приморье һәм Краснодар крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Силәбе, Һарытау, Һамар, Ырымбур, Ҡурған һәм Свердловск өлкәләренән, Яҡут (Саха) республикаһынан, Татарстанда йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә әүҙем ҡушылып, телебеҙгә ҡарата ихтирамын күрһәтте, республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың да яҙма эштә ҡатнашыуы сараның абруйын да, кимәлен дә күтәргәндәй булды.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, диктант яҙыу кешенең грамоталылығын тикшереүгә түгел, ә телебеҙҙе хөрмәт итеүгә йүнәлтелгән йәмәғәт акцияларының береһе. Был сара киләһе йылдарҙа ла үткәреләсәк.