Мораҙым
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Май 2019, 17:14

Спорт байрамы

18 майҙа район мәктәптәрендә башланғыс класс уҡыусыларын сәләмәт тормош алып барыуға, спорт сараларына йәлеп итеү, үҙ көсөнә һәм белеменә ышанысты нығытыу маҡсатында спорт байрамдары ойошторолдо. Мораҡ башҡорт гимназияһында ойошторолған “Спорт шәмбеһе”ндә 2-4-се класс (параллель кластарҙы һанағанда - йәмғеһе 9 класс) балалары ҡатнашты.

18 майҙа район мәктәптәрендә башланғыс класс уҡыусыларын сәләмәт тормош алып барыуға, спорт сараларына йәлеп итеү, үҙ көсөнә һәм белеменә ышанысты нығытыу маҡсатында спорт байрамдары ойошторолдо.

Мораҡ башҡорт гимназияһында ойошторолған “Спорт шәмбеһе”ндә 2-4-се класс (параллель кластарҙы һанағанда - йәмғеһе 9 класс) балалары ҡатнашты.

“Бөркөт” стадионына йыйылған уҡыусылар, класс етәкселәре бергәләп күнегеүҙәр ярҙамында тәнде яҙып алғандан һуң, төрлө станцияларҙа көс һынашты. Әйткәндәй, һәр станцияла һынауҙар төрлө булды: берәүһендә, мәҫәлән, малай-ҡыҙҙар түңәрәккә туп ташлау оҫталығында ярышһа, икенсеһендә күңелле старттарға баҫтылар. Һөҙөмтәләр буйынса һәр класҡа почет грамоталары тапшырылды.

Әйткәндәй, “Спорт шәмбеһе”нән ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманы, күптәр ял көнө булыуынан файҙаланып, плакаттар тотоп, ул-ҡыҙҙарын дәртләндерергә килгән.

Гөлназ ҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: