Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
17 Май 2019, 14:16

Алда - яуаплы, етди осор

Берәүҙәр тиҙҙән йәмле йәйҙәргә аяҡ баҫабыҙ тип еңел һулап ҡыуанһа, икенселәр - сығарылыш кластар уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре: “Яуаплы осор яҡынлаша бит әле”, - тип, киреһенсә, борсола, тынғыһыҙлана. Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу мәле, ни тиһәң дә, яңыраҡ ғәмһеҙ күренгән, бала саҡтан айырыла алмаған үҫмерҙәрҙе тиҙ арала етди ҡарашлы ҡыҙ-егеттәргә әүерелдергән тылсымлы осор шул. Нәҡ шул имтихандарҙың һөҙөмтәләре күптәрҙең киләсәген, ғүмерлеккә һайлаған һөнәрҙәрен билдәләй бит.

Ниһайәт, беҙҙең районда ла был ҡыҙыу осорға ныҡлы әҙерлек бара. Яңы ғына, 15 майҙа, сығарылыш класс уҡыусылары БДИ тапшырыуҙы үҙ елкәһендә татып ҡараны, яуаплы мәлгә дөйөм әҙерлекте тикшереү маҡсатында бындай күнегеү саралары республика буйынса үтте.

Берҙәм дәүләт имтихандары тураһында тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов уртаҡлашты:

- Быйыл райондағы 10 урта дөйөм белем биреү ойошмаларынан бөтәһе 153 уҡыусы берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырасаҡ. БДИ биреү дөйөм ҡағиҙәләргә, тәртипкә ярашлы рәүештә күсермәле һәм стационар металл эҙләүсе, мобиль бәйләнеште өҙөү саралары менән йыһазландырылған Мораҡ 1-се урта мәктәбе базаһында үтәсәк. Быйыл БДИ тапшырыу буйынса иң популяр булып йәмғиәтте өйрәнеү (42 уҡыусы), физика (40), биология (31), химия (28) фәндәре тора, шулай уҡ уҡыусылар тарих (14), информатика (9), география (6), әҙәбиәт (3), инглиз теленән (2 уҡыусы) имтихан бирә. Математиканың профилле кимәлен 87 уҡыусы, база кимәлен 66 уҡыусы һайлаған. Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса һорауҙары булғандар “Ҡыҙыу линия”ға 2-16-14 телефоны буйынса шылтыра ала.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: