«Сүп-сар реформаһы” индерелеү менән йәмәғәтселектә аңлашыумасанлыҡ күренештәре барлыҡҡа килде. Быға тиклемге ҡый-һай сығарыу ысулына күнегелгәнлектәнме, яңылыҡты халыҡ ауыр ҡабул итте. Уныһы ла аңлашыла: әле махсус контейнерҙар ҡуйылмаған, ҡалдыҡтарҙы тоҡлап урамға ҡалдырғанда ла, эт-ҡош тейеп, таратып бөтә, графикка ла яраҡлашып китеп булмай, йә өлгөрмәйһең, йә эштә булып ҡалаһың. Бына ошондайыраҡ шау-шыу менән башланып китте ул реформа тигәндәре. Ә бит бик күп алдынғы илдәрҙә сүп-сар йыйыу системаһы әллә ҡасандан уҡ көйләнгән. Беҙ генә, нишләптер һуңлап, һуңға ҡалып ятабыҙ ( тип уйлаған да булабыҙ, аңлайбыҙ, беләбеҙ, әммә бына ҡабул итә алмайбыҙ – менталитетмы, нимәме...). Шуғалыр ҙа, бәлки, “Эко-Сити” төбәк операторҙары ла балалар аша еткермәксе булғандыр. Баланы баштан, талды йәштән бөк, ти бит халҡыбыҙ ҙа. Экологик культура тәрбиәләү – мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Тәбиғәттең бысраныуы, уның эҙемтәләре был тәрбиәне балалар баҡсаһынан уҡ башлауҙы талап итә.
Беҙҙе уратып алған мөхиткә, тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт формалаштырыу маҡсаты менән мәктәптәрҙә балалар өсөн махсус эко-дәрестәр ойоштора башланылар. Бындай саралар төбәк операторҙары урынлашҡан 22 ҡала һәм район үҙәгендә буласаҡ. Дәрес ябай лекция форматында ла, уйын-викториналар форматында ла үтә. Мораҡ башҡорт гимназияһының 5-6-сы класы өсөн иһә “Таҙа илгә илткән юл” тип исемләнгән мауыҡтырғыс уҡыуҙар ойошторолдо. Уҡыусылар унда төрлө ҡыҙыҡлы факттар менән танышты, белемен камиллаштырҙы, файҙалы мәғлүмәттәр алды. Баҡтиһәң, беҙҙең илдә генә йылына 63 млн тонна көнкүреш сүп-сары сығарыла икән (бынан тыш сәнәғәт ҡалдыҡтары ла бар бит әле), ә бер Америка кешеһе йылына 5 тонна ҡалдыҡ ырғыта, ә унда - планетала йәшәгән кешеләрҙең ни бары 4 проценты.
Киң эшләпәләрҙең килеп сығышы ла сүп-сар менән бәйле: урта быуатта Европала сүп-сарҙы тәҙрәнән ырғытҡандар,урамда китеп барған кешеләр йыуынты һыуына ла ҡойонғолаған, бысраҡҡа ла батҡылаған, шуға ҡыйға күмелеп ҡалмаҫ өсөн киң эшләпәләр уйлап сығарғандар. Гүзәл зат алдында баш кейемен сисеү ҙә ошонан килә икән – ҡатын-ҡыҙ менән күрешер алдынан эшләпәләге ҡый-һайҙы ситкә ташлағандар.
Уйламай ғына ырғытып киткән кәнфит ҡағыҙы булһынмы, пакетмы, башҡа ҡый-һаймы, тәбиғәтте оҙаҡ йылдар бысратып ята икән. Мәҫәлән, пластик шешә 100 йыл дауамында ғына серей, бетон менән дә кирбес тә ошо ваҡытта ғына тарҡала. Полиэтилен иһә ике йөҙ йылдан, алюминий – биш йөҙ йыл да һаҡланыуы ихтимал. Иң оҙон ғүмерлеһе быяла – ул меңәр йылдан һуң ғына юҡҡа сыға.
Пластмассаны биш тапҡыр ғына ҡайтанан эшкәртергә була. Пластик шешәләрҙән, пакеттарҙан уйынсыҡтар ҙа, кейем-һалым да эшләйҙәр икән. Эшкәртелгән 25 пластик һауыттан бер оло кешегә пиджак сыға. NIKE, ADIDAS, H&M кеүек билдәле фирмалар эшкәртелгән пластиктан тотош коллекциялар етештерә әле.
Швециялағы H&M фирмаһына ниндәй маркалы булһа ла иҫке кейем тапшырып, 15 процентлыҡ ташламаға купон алырға була. Әйткәндәй, Швеция күрше илдәрҙән сүп-сар һатып ала башлаған. Улар сүп-сарҙы яғып, электр энергияһы етештерергә өйрәнгән. Мәҫәлән, бер быяла шешәне ҡулланып етештерелгән энергия сәғәт ярым телевизорҙы эшләтеүгә етә.
Батарейкаларҙы ла ҡайҙа етте шунда ташларға ярамай икәнлеген белде балалар. Бер батарейка 20 кв.метр майҙан ерҙе, 400 литр һыуҙы бысрата, бер терпене, ике һуҡыр сысҡанды һәм меңләгән ҡорттарҙы һәләк итә.
Эштән сыҡҡан батарейкаларҙы эшкәртеүсе берҙән-бер завод Силәбелә урынлашҡан.
Мәктәпкә бер йыллыҡ дәфтәр запасы өсөн 768 млн ағас ҡырҡыла икән. Ҡағыҙ өсөн тотоноласаҡ ағас 80 йыллыҡ булырға тейеш. Урмандарҙы ҡотҡарыр өсөн макулатура йыйып, ҡабаттан эшкәртеп ҡағыҙ эшләйҙәр.
Сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса Швеция, Германия, Испания кеүек илдәр алға киткән. Рәсәйҙә был система яңы индерелә. Беҙҙә өс төрлө контейнерҙар ҡуйыла: быяла, пластик һәм ҡағыҙ өсөн.
Бына ошондай ҡыҙыҡлы ла, үҙенсәлекле лә мәғлүмәттәр менән танышҡан балалар тирә-яғыбыҙҙы таҙа тотоу, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау өсөн үҙ өлөштәрен дә, һис шикһеҙ, индерер тиергә була. Мауыҡтырғыс уйын, конкурстар аша ла тәрбиәләнә ул экологик культура. Уларға “Ҡапҡастар ярҙамға ашыға” тигән ҙур проектта ҡатнашырға ла тәҡдим ителде. Шарты ябай: нимәнең булһа ла ҡапҡастарын туплап, йәбештергестәренән таҙартып, эске яғындағы өсмөйөштәге “2”, “4”, “5” тигән һандары буйынса айырым-айырым йыйып тапшырырға. Тәүге “2” тигән һанға һөт, ҡатыҡ, кефир, йогурт, ҡамаҡ, һыу, газлы һыуҙар, тетра-пак һауыттар, 5 литрлыҡ һыу канистрҙар һәм башҡа һауыттарҙың ҡапҡастары;
“4”, “5” тигәне инде пюре, кофе, какао, сыр, һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡлыҡтар, шампунь, гель, теш пастаһы һәм башҡа нәмәләрҙең ҡапҡастары инә. Тулы исемлекте интернет киңлектәрендә лә табырға була.
Акцияның маҡсаты – бөтә республика менән 10 тонна ҡапҡас йыйып, сүп-сар эшкәртеү заводына тапшырып, унан килгән килем менән Республика онкологик диспансерға заманса ҡоролма алырға ярҙам итеү.
Теүәлерәк мәғлүмәттәрҙе “ЭкоСити” төбәк операторҙарының “Вконтакте” сайтындағы рәсми төркөмдәрендә лә табырға була.