Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
29 Апрель 2019, 23:12

Бәләкәй генә еңеүҙәрҙә ҙур асыштар башланғысы

Ошо көндәрҙә Мораҡ 1-се урта мәктәбендә мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәләнеүселәре араһында “Йәш тикшеренеүсе – 2019” район конкурсы үтте. Конкурсҡа райондың 13 балалар баҡсаһынан 26 йәш тикшеренеүсе үҙ эштәрен тапшырҙы. Иң күп эштәр “Уралҡай” (5), “Шишмәкәй” (4), “Ҡояшҡай” (3) балалар баҡсаларынан килде. Балалар педогогтар, проект етәкселәре менән конкурсҡа “Танып-белеү үҫеше”, “Художестволы-эстетик үҫеш”, “Социаль-коммуникатив үҫеш”, “Физик үҫеш” йүнәлештәре буйынса тикшеренеү эштәре һәм ижади проекттар әҙерләне.

Йәш эҙләнеүселәрҙең барыһы ла конкурсҡа ныҡлы әҙерләнгән ине, улар үҙҙәренең эштәре тураһында ышаныслы итеп һөйләне. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ҡатнашыусылар эштәрҙе алдан әҙерләнгән презентациялар, плакаттар, брошюралар менән тулыландырҙы. Балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары, эҙләнеүҙәре лә төрлө ине, кемдер икмәктең өҫтәлгә килеп ятҡанға тиклем ниндәй юл үтеүен тикшергән, икенселәр ҡыяр, көнбағыш үҫтереп ҡараған, өсөнсөләр үҙ ҡулдары менән ҡубыҙ, ҡурай эшләгән, ә ҡайһы берҙәр хатта ниндәй мультфильмдарҙы ҡарарға ярай, ҡайһыныһын ҡарарға ярамай икәнлеген билдәләгән.
Жюри ағзалары бөтә эштәрҙе ҡарағандан һуң еңеүселәрҙе билдәләне. Шулай итеп, Мәҡсүт ауылының “Айгөл” балалар баҡсаһынан Никита Болдырев (етәксеһе – Г.Низамова), Мораҡ ауылының “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһынан Адель Дәүләтбаева менән Әмирхан Ғайсин (етәксеһе – Г.Абдрахманова), “Уралҡай”ҙан Иҙрис Даянов (етәксеһе – А.Фәхретдинова),”Шишмәкәй”ҙән Наҙгөл Мусина, Юлиә Дәүләтбава (етәкселәре – Л.Рассадникова) беренсе урынды яуланы. “Уралҡай”ҙан Полина Сиванова (етәксеһе – С.Фәхретдинова), “Шишмәкәй”ҙән Анастасия Белоклокова менән Ксения Максимова (етәкселәре – С.Столбецова, Р.Юлдашева), З.Биишева исемендәге балалар баҡсаһынан Матвей Хаванский (етәксеһе – Л.Фәизова), Йомағужа ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһынан Азалия Хөснөтдинова (етәксеһе – Г.Юскаева) икенсе урынға сыҡты. “Уралҡай”ҙан Арина Попова (етәксеһе – И.Жигайло), “Күгәрсенкәй”ҙән Алина Бикбаева (етәксеһе – А.Маликова), Түбәнге Һапаш ауылының “Айһылыу” балалар баҡсаһынан Гөлсөм Сләүчина (етәксеһе – З.Инсеғолова) өсөнсө урынға сыҡты. “Иң яҡшы тикшеренеүсе”, “Иң яҡшы проект”, “Иң яҡшы эксперимент” номинацияларында еңеүселәр билдәләнде, башҡаларға әүҙем ҡатнашҡандары өсөн грамоталар тапшырылды.
Балаларҙы конкурсҡа әҙерләүсе тәрбиәселәрҙе айырым билдәләп үтке килә. Ҡыҙыҡлы эштәр күп булды, балалар сараға төплө әҙерләнгән ине, бында әлбиттә уларҙың етәкселәренең роле баһалап бөткөһөҙ.
Сарала ҡатнашыусы ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың күптәре быйыл беренсе класҡа уҡырға барасаҡ, уларға әле күп конкурс һәм олимпиадаларҙа ҡатнашырға тура киләсәк. Әммә улар күңелендә тәүге конкурста ҡатнашыу - фән иленә тәүге ҙур сәйәхәт һәр саҡ һаҡланыр. Һәр ҙур асыштар бәләкәй генә еңеүҙәрҙән башлана бит!

Фәйрүзә ИБРАҺИМОВА, район мәғариф бүлегенең педагогик мәғлүмәт үҙәге директоры.

Читайте нас: