Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
3 Апрель 2019, 11:57

Әкиәттә ҡунаҡта

Театр йылын балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә үҙенсәлекле итеп билдәләй: улар өсөн район мәғариф бүлеге “Әкиәттә ҡунаҡта” тигән фестиваль ойошторолдо.

Театр йылын балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә үҙенсәлекле итеп билдәләй: улар өсөн район мәғариф бүлеге “Әкиәттә ҡунаҡта” тигән фестиваль ойошторолдо.
Мораҡ башҡорт гимназияһында ике көн барған әкиәт байрамында мәктәпкәсә йәштәге балалар билдәле башҡорт һәм рус халҡы әкиәттәрен сәхнәләштерҙе.
Әле уҡырға ла төшмәгән бәләкәй әртистәрҙең маһирлығын күреп, хайран ҡалып ултырҙыҡ.
Фестивалде “Шишмәкәй” балалар баҡсаһы труппаһы асты, улар тамашасы хөкөмөнә рус халыҡ әкиәте “Царевна Несмеяна”ны тәҡдим итте. Телмәрҙәрҙе еренә еткереп ятлауҙарынан тыш, ролдәрҙе оҫта башҡарыуҙары һоҡландырҙы. Әлбиттә, бында педагогтарҙың да тырышлығы, көсө бар, әммә балала тәбиғәттән бирелгән һәләт булмаһа, әллә ни ыратып та булмаҫ ине, минеңсә.

“Уралҡай” балалар баҡсаһының “Маҡтансыҡ әтәс” әкиәте лә күңелгә ятты, балаларҙың саф башҡортсалап тороп һөйләүҙәре телебеҙгә ҡарата иғтибарҙың да, ихтирамдың да бермә-бер артыуына ишаралай, әйткәндәй, һуңғы арала “Уралҡай” балаларҙы халыҡ традициялары нигеҙендә тәрбиәләүгә, уларға халыҡ фольклорын төплө итеп өйрәтеүгә күп көс һала. Шулай ҙа, педагогтар әйтеүенсә, башҡорт телендәге тамашаларҙы балалар менән әҙерләү күпкә ҡатмарлыраҡ. Хатта башҡорт төркөмөнә йөрөгән балаларҙың да ҡайһы берәүҙәренең теле әйләнмәй. Тимәк, был тәңгәлдә тағы ла өҫтәлмә эшләү урынлы булыр ине. Ә бына бәләкәйерәк ауылдарҙағы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәр башҡорт телендә таҙа итеп һөйләшә. Сәбәбе нимәлә - аңлап тораһығыҙҙыр.


Ҡайһы бер балалар баҡсаһында тәрбиәсенән, тәрбиәсе ярҙамсыһынан тыш хеҙмәткәр ҙә юҡ. Улар - үҙҙәре педагог та, үҙҙәре музыка белгесе лә. Мәҫәлән, Ялсы ауыл биләмәһенең “Айһылыу”, “Айгөл” баҡсаһында бер генә төркөм, унда төрлө йәштәге балалар йөрөй. Башҡа учреждениеларҙың мәктәпкә әҙерлек төркөмө генә ҡатнашҡанда, бында дүрт йәшлектәр ҙә сәхнәгә сыҡты. Шунлыҡтан, еңеүселәрҙе баһалағанда был да иҫәпкә алынды һәм еңеүселәр ғәҙел билдәләнде.
Шулай итеп, бик оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң жюри ҡарары менән Яңы Покровка ауылының “Росинка”, Мәҡсүттең “Айгөл”, Күгәрсен ауылының “Ләйсән”, Ялсы ауылының “Айгөл” балалар баҡсаһы фестивалдә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде; Йомағужаның “Ҡояшҡай” – “Иң уңышлы дебют” номинацияһында билдәләнде ( дистанцион рәүештә ҡатнашыусылар араһында иң яҡшы видеояҙма уларҙыҡы ине), Тәүәкәндең “Бәпембә”, Түбәнге Һапаш ауылының “Айһылыу” балалар баҡсаһы “Халыҡ традицияларын һаҡлағаны өсөн” номинацияһында; Исемдең “Алтын балыҡ” баҡсаһы “Теманы үҙенсәлекле асҡаны өсөн”, Мораҡтың Зәйнәб Биишева исемендәге балалар баҡсаһы “Ижади ҡараш һәм креативлыҡ” номинацияһында еңеү яуланы.
Фестиваль еңеүселәре итеп район үҙәгенең “Шишмәкәй” балалар баҡсаһы (гран-при), “Күгәрсенкәй” (1-се урын), “Уралҡай” (2-се урын), Хоҙайбирҙин ауылының “Ләйсән” балалар баҡсаһы (3-сө урын) тәрбиәләнеүселәре билдәләнде.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Автор фотолары.
Читайте нас: