Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
14 Март 2019, 16:32

Көслө рухлы шәхестәр тәрбиәләү – беҙҙең төп бурыс

Беҙҙең Күгәрсен урта мәктәбендә патриотик тәрбиә биреүгә бик ҙур иғтибар бирелә. Хәзерге заман ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, һынмайынса, һығылмайынса йәшәр өсөн көслө рухлы шәхестәр тәрбиәләү - беҙҙең төп бурысыбыҙ. Шуға күрә һәр саҡ кисәләр, осрашыуҙар үткәрелеп тора.

Беҙҙең Күгәрсен урта мәктәбендә патриотик тәрбиә биреүгә бик ҙур иғтибар бирелә. Хәзерге заман ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, һынмайынса, һығылмайынса йәшәр өсөн көслө рухлы шәхестәр тәрбиәләү - беҙҙең төп бурысыбыҙ. Шуға күрә һәр саҡ кисәләр, осрашыуҙар үткәрелеп тора.
4 мартта тарих уҡытыусыһы Ғәшүрә Абдуллина 5-9 класс уҡыусылары өсөн Афғанстан һуғышы тамамланыуға 30 йыл тулыу уңайынан бик әһәмиәтле осрашыу ойошторҙо.
Мәктәбебеҙгә ауылдаштарыбыҙ, Афған һуғышы ветерандары, авиация полкы командиры, подполковник Хәлитов Илдус Миңлебай улы һәм медицина хеҙмәте майоры Хәлитов Фәиз Ғәфүр улы саҡырылды. Ҡунаҡтарҙы 3-4 класс уҡыусылары “Беҙ ил һаҡсылары” бейеүе менән ҡаршы алды.
Ғәшүрә Айрат ҡыҙы сара башында уҡыусыларҙы Афғанстан иле һәм Афған һуғышы тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырып китте. Был һуғышта беҙҙең ауылыбыҙҙан 8 егет ҡатнаша:
Ваһапов Ғәфүр Барый улы - рядовой, 1979-1981 йылдарҙа Афғанстандың Кундуз, Имам-Сахиб, Ханабад, Арчи ҡалаларында хеҙмәт итә, гранотометчик була. Күп тапҡыр яралана. “70 лет вооруженных сил СССР”, “От благодарного афганского народа”, “Воин - интернационалист” миҙалдары менән бүләкләнә, бөгөнгө көндә ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй.

Вәлитов Рифуль Ислам улы – рядовой, водитель – сапер, 1985-1987 йылдарҙа Афғанстан Демократик Республикаһының Чарикар ҡалаһында хеҙмәт иткән. “От благодарного афганского народа”, “За боевые заслуги ” миҙалдары менән бүләкләнгән. 2011 йылдың 10 апрелендә вафат булды.

Вәлитов Сабирйән Нариман улы – рядовой–минометчик, 1985-1987 йылдарҙа Афғанстан Демократик Республикаһында хеҙмәт итә. “70 лет вооруженных сил СССР”, “За отвагу” миҙалдары менән бүләкләнә. 2003 йылдың март айында вафат була.

Ҡорбанаев Фәнис Хисмәт улы – Үзбәкстан – Афғанстан сигендә ефрейтор, наводчик КТВТ булып 1987-1989 йылдарҙа хеҙмәт итә. “Воину – интернационалисту ” грамотаһы менән бүләкләнә. 2011 йылдың февраль айында вафат була.

Ҡорбанаев Зиннур Шамил улы – рядовой–водитель булып 1986 – 1987 йылдарҙа Афғанстанда хеҙмәт итә. “За отвагу”, “От благодарного афганского народа” миҙалдары менән бүләкләнә. 2009 йылдың сентябрь айында вафат була.

Хәйбуллин Мансур Миңлемулла улы - рядовой – сапер булып 1988 – 1989 йылдарҙа Афғанстан Демократик Республикаһында хеҙмәт итә. “От благодарного афганского народа”, “За отвагу” миҙалдары менән бүләкләнә. 2016 йылдың 23 ғинуарында вафат була.

Хәлитов Илдус Миңлебай улы – подполковник, авиация полкы командиры булып 1986 -1987 йылдарҙа Афғанстанда хеҙмәт итә. “Красная звезда”, “Боевое Красное знамя” ордендары, “Демократическая Республика Афганистан ” миҙалы менән бүләкләнә. Әлеге ваҡытта Күәрсен ауылында йәшәй.
Хәлитов Фәиз Ғәфүр улы – хәрби табип, хирург. 1988 йылда Афғанстанда практика үтә, 1991-1995 йылдарҙа, 1996 -1999 йылдарҙа Таджикистан менән Афғанстан сигендә хәрби хирург булып хеҙмәт итә. 1999 йылда тотҡонда була, яралана, бер нисә тапҡыр контузия ала. Бөгөнгө көндә Мораҡта йәшәй.
Был осрашыу күңелдәрҙә тетрәндергес хистәр ҡалдырҙы. Ҡунаҡтарыбыҙ үҙҙәренең күргән–кисергәндәрен һөйләнеләр. Уҡыусылар уларҙы бик ҡыҙыҡһынып тыңланылар. Үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы биреп, уларға тулы һәм йөкмәткеле яуаптар алдылар. Осрашыу уҡыусыларҙың Афғанстан тураһындағы шиғырҙары һәм йырҙары менән үрелеп барҙы. Фәиз Ғәфүр улы Сергей Говорухиндың ”Прокляты и забыты” фильмын күрһәтте. Илдус Хәлитов тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә, ҡыйынлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа, тормошто һөйөргә, уҡытыусыларҙы бер ваҡытта ла онотмаҫҡа тигән матур теләктәрен теләне.
Саҡырылған ҡунаҡтарға беҙ киләсәктә яҡты, аяҙ күк йөҙө, иҫәнлек – һаулыҡ, тыныс тормош теләп ҡалабыҙ.

Наилә ХӘЙБУЛЛИНА, Күгәрсен урта мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбасары һәм Ғәшүрә АБДУЛЛИНА, тарих уҡытыусыһы.
Читайте нас: