2019-2020 уҡыу йылына 1-се класҡа ҡабул итеү башланды. 2010 йылдың 27 июлендәге “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында”ғы 201-сы һанлы Федераль законға ярашлы, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеүҙең төп принциптары булып уларҙы электрон формала, әгәр ул закон буйынса тыйылмаһа, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә ҡаралғанса ғариза биреүсе һайлауы буйынса башҡа формала алыу тора.
2014 йылдың 22 ғинуарындағы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығында раҫланған бойороҡ менән башланғыс, төп дөйөм, урта белем биреү программалары буйынса уҡырға граждандарҙы алыу тәртибендә ҡаралғанса белем биреү учреждениелары ата-әсәләрҙән ғаризаларҙы дөйөм мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрҙәрен ҡулланып электрон документ формаһында ала ала.
Буласаҡ беренсе класс уҡыҡсыларының ата-әсәләре ғаризаны үҙаллы бирә йәки Интернет селтәре булмаған осраҡта белем биреү ойошмаһына мөрәжәғәт итә ала.
Башҡортостан Республикаһында баланы электрон формала беренсе класҡа яҙыу мөмкинлегенең ике ысулы бар:
“Дөйөм белем биреү учреждениеһына ҡабул итеү” ғаризаһының электрон формаһын 2019 йылдың 1 февраленән тултырырға мәмкин. Ғариза биргәндә, уның аша теркәлеүҙең рәт номеры күрһәтелеп, электрон сират формалаша.
Иғтибар итегеҙ, дөйөм ҡулланылыштағы мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрҙәрен ҡулланып, ғаризаны электрон формала биреү ата-әсәләрҙе шәхсән мәктәпкә килеп ғаризаны теркәтеү һәм документтарҙы алыу тураһында расписка алыу бурысынан азат итмәй.
Өҫтәмә рәүештә шуны ла еткерәбеҙ, 210-сы һанлы Федераль закон буйынса ҡағыҙ ғаризаның (традицион формалағы) электрон формалағыһына ҡарата өҫтөнлөгө юҡ.
Республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларына ғариза биреүҙең берҙәм сроктары билдәләнде:
Ағымдағы йылдың 1 февраленән 30 июненә тиклем –теркәлгән территорияла йәшәүсе 1-се класс балаларының ғаризаларын ҡабул итеү (Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль районының 2018 йылдың 13 ғинуарындағы 119-сы һанлы ҡарарын ҡарағыҙ);
Ағымдағы йылдың 1 июленән 5 сентябренә тиклем – теркәлгән территорияла йәшәмәүсе 1-се класс балаларының буш урындарға ғаризаларын ҡабул итеү.
Шулай итеп, район мәктәптәренә түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк:
- ата-әсәләрҙең (законлы вәкилдәрҙең) берәүһе “Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау” мәғлүмәт системаһында (https://complect.edu-rb.ru) ғариза тултыра (ата-әсәнең теркәлеүе мотлаҡ). Сервистың маҡсаты: балағыҙ өсөн мәктәптә урын алыуға теркәлеү процесын ябайлаштырыу һәм тиҙләтеү, кәрәкле мәғлүмәтте тултырғас һәм ғаризаны теркәгәс, ата-әсә теркәлеү номерын ала, уның аша ул үҙаллы үҙенең мөрәжәғәтенең статусы тураһында мәғлүмәт ала. 7 эш көнөндә, “Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау” мәғлүмәт порталына ғариза биреү көнөн һанамайынса, баланың ата-әсәһе (законлы вәкиле) шәхсән үҙе мәктәпкә күрһәтелгән мәғлүмәттәрҙе раҫлаусы документтарҙы алып килергә тейеш: баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығын, йәшәгән урыны буйынса баланың теркәлеүе тураһында йәки беркетелгән территорияһында йәшәүе (тороуы) тураһында свидетельство; ата-әсәнең (законлы вәкилдең) шәхесте раҫлаусы документы. Балаларҙың ата-әсәһе (законлы вәкилдәре) сит ил граждандары булһа йәки гражданлыҡтары булмаһа, өҫтәмә рәүештә ғариза биреүсенең туғанлығын раҫлаусы (йәки баланың хоҡуҡтарын законлы күрһәтеү тураһындағы) документ һәм ғариза биреүсенең Рәсәй Федерацияһында йәшәүгә хоҡуғы булыуын раҫлаусы документты тапшырырға тейеш.
Р.ИБРАҺИМОВ, район мәғариф бүлегенең баш белгесе.