Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Февраль 2019, 18:14

Тырышлыҡ еңеү килтерә

Бөйөк уҡытыусы В.А.Сухомлинский "Һәләтле һәм һәләтһеҙ балалар булмай. Уларҙың барыһы ла һәләтле!” тигән. Эйе, ысынлап та һәр баланың нимәгә булһа ла һәләте була, тик уны ваҡытында күрә, аса һәм үҫтерә белергә генә кәрәк. Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһыБулат Зарипов “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡый, тиҫтерҙәре өсөн һәр яҡлап өлгөбулып тора, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Бөйөк уҡытыусы В.А.Сухомлинский "Һәләтле һәм һәләтһеҙ балалар булмай. Уларҙың барыһы ла һәләтле!” тигән. Эйе, ысынлап та һәр баланың нимәгә булһа ла һәләте була, тик уны ваҡытында күрә, аса һәм үҫтерә белергә генә кәрәк.
Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Булат Зарипов “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡый, тиҫтерҙәре өсөн һәр яҡлап өлгө булып тора, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ул шулай уҡ туризм һәм спорт ориентиры менән мауыға, туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәгендә шөғөлләнә, сәйәхәт итергә, һал менән ағырға, тауҙарға күтәрелергә, саңғыла йөрөргә ярата. Район командаһы составында республика конкурс, слеттарында ла ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Мәҫәлән, Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында еңеү яулай. Шулай уҡ һәр яҡлап әүҙем булған уҡыусы информатика фәне менән ҡыҙыҡһына, программалаштырыу менән мауыға. Уҡытыусыһы Дмитрий Евсеев һөйләүенсә, Булат фәнде бик ярата, программалаштырыу менән 7-се кластан уҡ ҡыҙыҡһына. 2017 йылда Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында ла еңеп сыға һәм төбәк этапта ҡатнаша, ул Булат өсөн был тәүге ҙур тәжрибә була.
Ысынлап та, программалаштырыу уҡыусыларҙан ныҡышмалыҡ һәм сабырлыҡ талап итә. Был өлкәне киңерәк өйрәнеү өсөн үҫмер фәндең башҡа төрлө йүнәлештәрен дә өйрәнә һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендә чат-бот уйлап таба. Булат Зарипов уны мәктәптең ирекмәндәр хәрәкәте эшмәкәрлегендә ҡулланырға тәҡдим итә. Чат-бот ирекмәндәргә нимә эшләргә кәрәклеге, кемдәрҙең ниндәй эштәрҙә ҡатнаша алыуы, нисәгә йыйылырға кәрәклеге тураһындағы мәғлүмәтте йыя, дөйөм алғанда төркөмдөң администраторы булып тора. Шулай итеп, Булаттың ярҙамы менән мәктәп ирекмәндәренең эше ойошҡан рәүештә, маҡсатлы һәм тиҙ арала башҡарыла. Йыл дауамында ул үҙенең проекты өҫтөндә эшләй һәм 2019 йылдың ғинуарында район кимәлендә үткән фәнни-ғәмәли конференцияла ла ҡатнаша.
Булат шулай уҡ быйыл информатика фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашты. Муниципаль этапта һәйбәт һөҙөмтә күрһәткән үҫмер олимпиаданың төбәк этабына саҡырыу алды. Олимпиаданың төбәк этабы Өфө дәүләт авиация техник университеты базаһында үтте. Унда ҡала һәм ауылдарҙың 53 мәктәбенең 7-11-се кластарынан муниципаль этапта яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүсе 130 уҡыусы ҡатнашты. 10-сы класс уҡыусылары араһында Булат Бөтә Рәсәй олимпидаһының республика этабы призеры булды. Уны еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Уңайҙан файҙаланып, Булатҡа бер нисә һорау ҙа бирҙек. “Ундай юғары һөҙөмтәгә нисек өлгәштең?” тигән һорауға Булат уҡытыусыһы етәкселегендә көн һайын прораммалаштырыу буйынса мәсьәләләрҙе сисеүе тураһында һөйләне. Шулай уҡ ул Рәсәй вуздарының онлайн һәм “Сириус” белем биреү үҙәгенең дистанцион курстарында шөғөлләнеүе тураһында һөйләне.
Булат ошо арала тағы ла бер бәйгелә – Волга буйы федераль округының интеллектуаль олимпидаһының муниципаль этабында ул Владислав Кочемиров менән район буйынса иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә, ә республиканың 70 командаһы араһында улар 8-се урында тора. Әле егеттәр олимпиаданың төбәк этабына әҙерләнә.
Булат Зарипов тиҙҙән мәктәпте тамамлаясаҡ, шуға беҙ уның киләсәккә ниндәй пландар ҡороуы менән ҡыҙыҡһындыҡ. “Имтихандарҙы яҡшы тапшырырға һәм киләсәктә программист булырға”,- тигән хыялдар менән яна икән ул. Булаттың хыялдары мотлаҡ тормошҡа ашыр, тип ышанам. Сөнки тырыштарға һәр ваҡыт уңыш йылмая, тырышлыҡ ҙур еңеүҙәр килтерә. Уңыштар һиңә, Булат!

Фәйрүзә ИБРАҺИМОВА, педагогик мәғлүмәт үҙәге директоры.
Читайте нас: