Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
15 Февраль 2019, 12:27

Ғүмерҙәрҙең сәскә атҡан мәле

Район мәҙәниәт һарайыйәштәр тауышынан гөрләп торҙо – имтихандарын тапшырып ҡышҡы каникулға ҡайтҡанстуденттар осрашты.

Район мәҙәниәт һарайы йәштәр тауышынан гөрләп торҙо – имтихандарын тапшырып ҡышҡы каникулға ҡайтҡан студенттар осрашты. Әйткәндәй, “Йәш күгәрсенле - 2019” йәштәр форумы сиктәрендә уҙған сараға килеүселәрҙең бер өлөшөн буласаҡ студенттар – 9- 11-се класс уҡыусылары, класс етәкселәре, мәктәп директорҙары тәшкил итте. Төрлө юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарының фойела ҡуйылған күргәҙмәләре лә нәҡ бөгөн-иртәгә тигәндәй мәктәпте тамамлаясаҡ уҡыусыларға тәғәйенләнгәйне.
- Йәштәребеҙ бар яҡлап та һәләтле, тырыш, рухлы. Төплө белем алып, республикабыҙҙың намыҫын һаҡлап, киләсәктә ғорурланырлыҡ белгестәр булып сығырһығыҙ тип ышанғы килә, - тип уларға мөрәжәғәт итте район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев. – Һөнәр һайлағанда уның күңелгә ятышлы булыуына ғына түгел, хеҙмәт баҙарында һорау менән файҙаланыуына ла иғтибар итһәгеҙ ине.
Ғайса Ғилметдин улы районда медицина, ауыл хужалығы, мәғариф өлкәләрендә белгестәр етмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм студенттарҙы уҡып бөткәс, тыуған ергә эшкә ҡайтырға саҡырҙы.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та залдағыларға үҙенең иң изге теләктәрен юлланы, уларҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе, үҙенең студент саҡтарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, күгәрсендәрҙең һәр саҡ берҙәм булыуын билдәләне, ҡырға уҡырға киткән студенттарҙың күбеһенең сит тарафтарҙа тороп ҡалыуын һәм шул сәбәпле республикабыҙҙың йәш, һәләтле белгестәрҙе юғалтыуын әйтеп үтте.
Ауыл хужалығы тармағында эшләүселәр һәм депутаттар исеменән сығыш яһаған “Иртөбәк” агрофирмаһы директоры Олег Николаев Зариф Закир улынан Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалының матди-техник базаһын яңыртыуҙа булышлыҡ итеүен үтенде.

Яңы ғына мәктәп эскәмйәһенән айырылған йәштәргә сит тарафтарҙа тәүге мәлдә бик ауырға тура килә, быны һәр студент үҙ елкәһендә татығандыр... “Кесе Эйек” йәштәр ойошмаһы рәйесе Ынйы Баймырҙина әйтеүенсә, яҡташтар берлеге егет-ҡыҙҙарыбыҙҙы бергә туплап ҡына ҡалмай, уларҙы теге йәки был сараларға ылыҡтырырға һәм ҡайнап торған студент тормошона инеп китергә лә ярҙам итә.

Күңелле концерт номерҙары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары вәкилдәре сығыштары менән үрелеп барған йәнле осрашыуҙы артабан Мораҡ 1-се урта мәктәбендә ойошторолған “Түңәрәк өҫтәл”, “Парламент дебаттары”, оҫталыҡ дәрестәре, шунда уҡ һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалында волейбол, гер күтәреү, армрестлинг кеүек спорт ярыштары дауам итте.
Кискеһен иһә йәштәр өсөн күңеллле дискотека ойошторолдо.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: