Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Февраль 2019, 13:37

Саңғылар булғас, һөҙөмтә лә бар

Район хакимиәте башлығы призына уҙғарылған саңғыярышында бөтә ойошма, учреждениелар ҙа тиерлек ҡатнашты. Беҙ, Үрге Сирбаймәктәбе лә, саранан ситтә ҡалманыҡ.

Район хакимиәте башлығы призына уҙғарылған саңғы ярышында бөтә ойошма, учреждениелар ҙа тиерлек ҡатнашты. Беҙ, Үрге Сирбай мәктәбе лә, саранан ситтә ҡалманыҡ. Айрат Әхәт улы етәкселегендәге 10 уҡыусынан торған командабыҙ башҡа спортсыларҙан ҡалышманы һәм яҡшы ғына һөҙөмтәләргә өлгәште: 9 йәшлектәр араһында 3-сө класс уҡыусыһы Рафаэль Ҡорбанаев 1-се, 10 йәшлектәр араһында Рания Исҡужина 3-сө урын яуланы.
Ярыш барыбыҙға ла бик оҡшаны. Башҡаларҙан ҡалышмауыбыҙ иһә район Советы рәйесе, депутат Айрат Болғаировтың мәктәпкә саңғы комплекттары алып биреүе һөҙөмтәһе булды. Уҡыусыларыбыҙ киләһе йылда ла ярышта мотлаҡ ҡатнашасағын белдерҙе.

Радмир ЯҠУПОВ,

Үрге Сирбай мәктәбе директоры.
Читайте нас: