Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Ғинуар 2019, 18:22

Телде лә, әҙәбиәтте лә яҡшы беләләр

Йыл да ҡышҡы каникул мәлендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада үткәрелә. Быйыл да 9-11 ғинуарҙа Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се интернат-гимназияһына республиканың район-ҡалаларынан һәм күрше Ҡурған, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 300-ҙән артыҡ 8-11-се класс уҡыусылары йыйылды.

Йыл да ҡышҡы каникул мәлендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада үткәрелә. Быйыл да 9-11 ғинуарҙа Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се интернат-гимназияһына республиканың район-ҡалаларынан һәм күрше Ҡурған, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 300-ҙән артыҡ 8-11-се класс уҡыусылары йыйылды.
Олимпиаданы асыу тантанаһында уҡыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева сәләмләне, башҡорт теле буйынса олимпиадала ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл арта барыуы һөйөндөрә тип белдерҙе һәм уңыштар теләне.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған сара өс көн дауамында барҙы: уҡыусылар бирелгән темаларға инша яҙҙы, әҙәбиәт һәм тел ғилеме буйынса һорауҙарға яуап бирҙе, бирелгән темаға 10 минут дауамында үҙ-ара диалог төҙөнө.
Беҙҙән район кимәлендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән 6 уҡыусыға- Мораҡ башҡорт гимназияһының 8-се класс уҡыусыһы Илүзә Ҡыҙрасоваға, 9-сы класс уҡыусыһы Илүзә Ишаринаға, Тәүәкән мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Наҙгөл Шәһәроваға, Теләүембәт мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Гөлназ Вәлишинаға һәм Йомағужа 2-се урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусылары Нурислам Сабитов менән Ләйсән Рафиҡоваға был мәртәбәле сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Бар булған белемдәрен ҡулланып, беҙҙең уҡыусылар яҡшы һөҙөмтәләргә иреште, 4 уҡыусыбыҙ призер тип иғлан ителде. Бына улар: Илүзә Ҡыҙрасова (уҡытыусыһы – З.М.Псәнчина), Гөлназ Вәлишина (уҡытыусыһы - З.Д.Харрасов), Нурислам Сабитов (уҡытыусыһы – Ә.Ә.Абсалиҡова) һәм Ләйсән Рафиҡова (уҡытыусыһы – Х.Ә.Мысырғалина). Уларҙың барыһына ла Мәғариф министрлығының дипломдары менән ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Уҡыусыларыбыҙҙың иң яҡшылар араһында ғорур баҫып тороуы, әлбиттә, уларҙы уҡытҡан һәм был бәйгегә әҙерләгән уҡытыусыларҙың хеҙмәт емеше лә. Ихлас күңелдән уҡыусыларыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла яңынан - яңы үрҙәр, еңеүҙәр теләйбеҙ!
Фәһимә СИТДИҠОВА,

район мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас: