Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
15 Ғинуар 2019, 14:36

Бер көндә – ике шатлыҡ

Үткән аҙна районыбыҙ өсөн әһәмиәтле ваҡиғаларға, яҡты тәьҫораттарға бай булды. 11 ғинуарҙа Волостновка төп дөйөм белем биреү мәктәбе капиталь ремонттан һуң тантаналы рәүештә асылды, ә Йомағужа ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы үҙенең икенсе “өй туйын” туйланы.

Үткән аҙна районыбыҙ өсөн әһәмиәтле ваҡиғаларға, яҡты тәьҫораттарға бай булды. 11 ғинуарҙа Волостновка төп дөйөм белем биреү мәктәбе капиталь ремонттан һуң тантаналы рәүештә асылды, ә Йомағужа ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы үҙенең икенсе “өй туйын” туйланы.
Яңы үрҙәргә әйҙәгәндәй...
Волостновка мәктәбен асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин, БР мәғариф министры урынбаҫары Филүс Миназовтар ҡатнашты һәм педагогик хеҙмәт коллективының, балаларҙың, ата-әсәләрҙең шатлығын уртаҡлашты.
Иң тәүҙә мәктәп директоры Рәсимә Варнавская ҡунаҡтарҙы яҡты, матур бина буйлап сәйәхәткә саҡырҙы.

Капиталь ремонттан һуң ысынлап та мәктәпте танырлыҡ түгел ине: яҡшы белем алыр өсөн бар ыңғай шарттар тыуҙырылған, яңыса йыһазландырылған класс бүлмәләре, яҡтылыҡ бөркөлгән, стеналары күңелгә ятышлы тыныс төҫтәргә буялған коридорҙар, ҡасандыр түшәмдәренән һыу ағып, һыуыҡ бөркөлгән спорт залы һәм ашхана ла хәҙер күркәмләнеп ҡалған.

Эстетик зауыҡ менән эшләнелгән бинаның эсе үҙе үк уҡыусыларҙы яңы үрҙәргә әйҙәп торғандай. Үрҙәр тигәндән, бөгөн Волостновка һәм Яңы Һапаш ауылынан бөтәһе 69 бала (уларҙың 35-е - башланғыс класс уҡыусылары) белем алған мәктәп уҡыуҙа ла, спортта ла электән һынатманы, күптәре район ғына түгел, республика кимәлендә уҙғарылған конкурс һәм олимпиадалар призерҙары. Мәҫәлән, Владислав Богомолов, Алексей Щелчков, Артем Ахуновтар (төплө тикшеренеү эштәре менән) һәм буласаҡ рәссам Злата Ширяева республика конкурстарында еңеүсе исемен яулағандар.

Алексей һәм Эдуард Варнавскийҙар (өҫтәл теннисы), Евгения һәм Роберт Зәйнуллиндар, Эльвира Ахунова, Мәҙинә Ибраһимова, Айрат Байназаров (шахмат буйынса) – спорт өлкәһендә мәктәп данын күтәреүселәр.

Дарья Гордонова, Антонина Заруцкая – “Таланттар йондоҙлоғо” конкурсы лауреаттары. Педагогик хеҙмәт ветерандары – Марина Кувайцева һәм Рәшит Мөлөков йәш быуынға өлгө булып тороусы спортсмендар.

...Тантаналы өлөш Ғайса Янбаевтың оло байрамға бәрәбәр иҫтәлекле көн уңайынан мәктәп коллективын йылы тәбрикләүе менән асылды.

- Яңы йыл матур байрам тантаналарынан башланды. Ҡасан ғына ата-әсәләр эштең һөҙөмтәле тамамланыуына ышанмауын белдергәйне. Бындай матур мәктәптә белем сифаты күтәрелер, балалар тағы ла тырышып уҡыр һәм яңыртылған йыһаздарға һаҡсыл ҡарашта булыр тип ышанабыҙ, - тине ул.

Төҙөлөш эштәрен ҡыҫҡа ваҡыт арауығында сифатлы итеп башҡарып сыҡҡан “Нур” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төҙөлөш компанияһы эшсәндәренә сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе, уның мастеры Венер Сәғәҙиевҡа Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Волостновка мәктәбе коллективына депутаттар - Зариф Байғусҡаров менән Әлфәрис Байсурин да матур теләктәрен еткереп, юғары һөҙөмтәле эште тик берҙәм тырыш хеҙмәт менән генә атҡарып булыуын, быға район хакимиәте башлығы, республика етәкселеге, тынғыһыҙ һәм намыҫлы мәғариф учреждениеһы етәксеһе Рәсимә Варнавская, төҙөлөш эштәрен атҡарған “Нур”йәмғиәте компанияһы – бөтәһенең дә тиңһеҙ өлөш индергәнен билдәләп үтте.

Мәғәриф министры урынбаҫары Филүс Миназов “Башҡортостанға – 100 объект” программаһы сиктәрендә башҡарылған эштәрҙең 50 проценты мәғариф объекттары тәшкил иткәнлеген билдәләп, белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу маҡсатында 2019 йылға уларҙы компьютерҙар (Волостновка мәктәбе 8 яңы компьютерға эйә булды – авт.) һәм юғары тиҙлектә интернет бәйләнеше менән тәьмин итеү өҫтөндә ҙур күләмдә эштәр планлаштырылғанын әйтеп үтте. Юғары сифатлы эштәре өсөн РФ Дәүләт Думаһы депутатының Рәхмәт хатына лайыҡ булыусы “Нур” йәмғиәте директоры урынбаҫары Салауат Кинйәбулатов байрамға буш ҡул менән килмәгәйне, мәктәп уҡыусыларына спорт үҫешендә яңы ҡаҙаныштарға ирешеүҙәрен теләп, спорт инвентары бүләк итте.
Мәктәп директоры Рәсимә Варнавская (уның тынғыһыҙлығы, дөйөм маҡсаттарға ирешеү өсөн йәнен аямағанлығы һоҡланғыс! – авт.) белем усағына йәм өрөп, төҙөкләндереп, балаларға, уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә шатлыҡлы кисерештәр бүләк иткәне өсөн етәкселеккә һәм төҙөлөш компанияһы эшсәндәренә сикһеҙ рәхмәтен еткереп, артабан да һынатмаясаҡтарын белдерҙе.

Биш бала әсәһе, “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған Әлиә Салтыкова бар әсә-аталар исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Район мәҙәниәт һарайы артистары – Нәғим Нуриманов менән Елена Киршинаның моңло йырҙары сараға тағы ла байрам кәйефен өҫтәне.

“Ҡояшҡай” ҡояш йылыһын өләшһен!
Артабан байрам тантанаһы Йомағужа ауылында дауам итте. Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, яңыртылған “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы эргәһенә халыҡ байтаҡ йыйылғайны.

Ата-әсәләр өсөн бигерәк шатлыҡлы ваҡиға шул, былай ҙа уларға оҙағыраҡ – ике йыл дауамында был көндө көтөргә тура килгәнлеген район етәкселеге үҙе үк телгә алып үтте. Ярай ҙа шәхси эшҡыуар Рәмил Айытҡужин һәм уның эшсәндәре ярҙамында төҙөлөш эштәре яйға һалынып, ҙур спонсор ярҙамы күрһәткән “Башнефть” компанияһы, тиңһеҙ өлөш индергән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм БР Мәғариф министрлығы , республиканың социаль маҡсатлы программалары фонды, “УАЗ” дәүләт унитар предприятиеһы ярҙамы менән йырып сығылған, сараға алда һанап үтелгән ойошма вәкилдәре саҡырылды, улар адресына рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Байрамда ҡатнашыусы ҡунаҡтар йомағужаларға ҡайнар ҡотлауҙарын, изге теләктәрен еткерҙе.

- 250 балаға тәғәйенләнгән “Ҡояшҡай”балалар баҡсаһы үҙе үк ҡояш кеүек балҡып тора, Йомағужа ауылының ғына түгел, райондың матур биҙәге, - тине Ғайса Янбаев.

Был матурлыҡты тыуҙырыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индереүселәрҙең һәр ҡайһына оло рәхмәтен белдереп, балалар баҡсаһы етәксеһе Гөлназ Латипованы район хакимиәтенең Почет грамотаһы, “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы идараһы рәйесе Андрей Шишкин һәм ташсы Александр Казанцевҡа рәхмәт хатттарын тапшырҙы. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров йомағужаларҙы тантаналы көн менән ҡотлап, балалар баҡсаһы мөдире Гөлназ Латиповаға исемле сәғәт, штукатур-маляр Лина Хунафинаға Рәхмәт хаты тапшырҙы.

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин, БР мәғариф министры урынбаҫары Филүс Миназов, “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең власть органдары менән эшмәкәрлек итеү буйынса директоры Рушан Саитов та йомағужаларҙы байрам уңайынан ихлас тәбрикләне.

Ҡыҙыл таҫма ҡырҡылғас, Гөлназ Мөхәмәтвәли ҡыҙы ҡунаҡтарға балалар баҡсаһы буйлап сәйәхәт тәҡдим итте. Ҡасандыр түбәһенән һыу ағып, балалар һәм бындағы эшсәндәргә хәүеф тыуҙырған балалар баҡсаһы хәҙер танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Йәшкелт-алһыу стеналар, евро-тәҙрәләрҙә күҙҙең яуын алып торған ҡормалар. Балаларға федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса бар яҡлап үҫешер өсөн айырым-айырым шөғөлләнеү бүлмәләре, спорт, музыка залдары, ял итеү бүлмәһе (заманса панелдәр, душҡа ҡәҙәр бар)... – бөтәһе лә бай йыһазландырылған. Өҫтәүенә айырым компьютер класы асыласаҡ, интерактив таҡта бар. Бина видеокүҙәтеү – 17 камера һәм хәүефһеҙлек кнопкаһы менән тәьмин ителгән. Әле тағы ла яңы уйынсыҡтар, инвентарь менән байытыласаҡ. Яңы ишектәрен асҡан объекттың тейешенсә кимәлдә йыһазланышы БР-ҙың мәғариф алдынғыһы Гөлназ Латипованың ныҡышмалылығы, тырышлығы һөҙөмтәһе икәнлеген дә билдәләп үтеү мөһим.

Мөдир әйтеүенсә, әлегә баҡсаға 210 бала килгән, яҡын көндәрҙә уларҙың һаны 250-гә етәсәк. Ремонтҡа ябылғанда бында Йомағужанан ғына түгел, Бикҡужа, Семен-Петровский, Гавриловка ауылдарынан да 250-нән артыҡ бала тәрбиәләнгән. Ә ике йыл дауамында барған төҙөлөш эштәре ваҡытында балалар Йомағужа 1-се урта мәктәбе интернатында шөғөлләнгән.

Хәҙер инде бөтәһе 10 төркөмдә башлыса 2 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар йөрөй, ә 1 һәм унан да кесерәк сабыйҙарҙы ата-әсәләрҙең ҡыҫҡа ваҡытҡа, йәғни 3 сәғәткә ҡалдырып тороу мөмкинлеге лә бар. Балаларын баҡсаға йөрөтмәгән ата-әсәләр өсөн консультация үҙәге эшләй, унда төрлө һорау, борсоған мәсьәлә буйынса һәр ата-әсә мөрәжәғәт итә ала. “Ҡояшҡай”ҙа бөтәһе 14 тәрбиәсе, логопед, педагог-психолог, шәфҡәт туташы, инструктор, башҡорт теле уҡытыусыһы эшләй.
Ысынлап та, бында тәрбиәселәр, белгестәр үҙ эшен яратып башҡаралар, шуға күрәлер ҙә балалар ҙа шат йөҙлө, теремек һәм һәләтлеләр.

Улар әҙерләгән Яңы йыл тамашаһын байрамдың ҡунаҡтары ла йылы ҡабул итте. Кескәйҙәр шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап ҡына ҡалманы, үҙҙәре теккән йомшаҡ уйынсыҡтарын – “Йыл хужаһын” ҡунаҡтарға бүләк итте. Күркәм сара иҫтәлеккә бергәләшеп фотоға төшөү менән тамамланды.

Эйе, әллә ҡайҙан сағыу төҫтәре менән балҡыған “Ҡояшҡай”ы менән Йомағужа ауылы тағы ла йәмләнеп китте.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

А.ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: