Мораҙым
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
10 Ғинуар 2019, 17:04

Тормош йәме - балалар

Балалар тауышы гөрләп торған ауылда айырым бер ҡот, йәм бар икәнлеге менән күптәр килешер. Был яҡтан бәхетле ялсылар – ауылдарына йәм өҫтәп үҫеп килгән малай-ҡыҙҙар етәрлек. Уларҙың сабый сағы бәхетле үтһен өсөн тейешле шарттар ҙа тыуҙырылған: 2011 йылда “Айгөл” балалар баҡсаһы асылған. Хәйер, асылған тиеп әйтеү бигүк дөрөҫ тә булмаҫ, сөнки мәктәпкәсә учреждение бында 1981 йылда уҡ барлыҡҡа килгән, әммә замандың ҡырыҫ елдәре арҡаһында 2005 йылда ябылған була. Бына шул осорҙа балалар баҡсаһында эшләгән Резеда Иҫәнғолова был хәл менән килешә алмай һәм урындағы етәкселәр ярҙамында баҡсаны ҡабаттан астырыуға өлгәшә.

Әлеге көндә Һапаш ауылының “Айһылыу” балалар баҡсаһы филиалы һаналған “Айгөл”гә Ялсы һәм Һапаш ауылдарынан барлығы 15 бала йөрөй. 6 ҡыҙ һәм 9 малайҙың көндәре күңелле һәм файҙалы уҙһын өсөн баҡса мөдире Резеда Иҫәнғолова ла, тәрбиәсе Эльмира Сафина ла, тәрбиәсе ярҙамсыһы Флүрә Кәлимуллина менән ашнаҡсы Лилиә Сабанчина ла бар көсөн һала. Балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүлә хеҙмәткәрҙәр. Уңыштары ла етәрлек, мәҫәлән, яңыраҡ Хоҙайбирҙин ауылында Тамара Хоҙайбирҙинаның тыуыуына 95 йыл тулыуға арнап уҙғарылған бейеү конкурсында Мәликә Мусина исемле ҡыҙ 2-се урын алһа, бейеүселәр ансамбле 3-сө урын яулаған. Балалар ижады үҙәге уҙғарған “Уйынсыҡтар” конкурсында Алмас Ҡолонбаев менән Ильяс Мәзитов 2-се урынға сыҡҡан.

“Дәртләнеп эшләр өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар, сағыштырмаса яңы асылғас, кәрәкле йыһаздар ҙа бына тигән, тик бинаның ҡыйығы һәм тәҙрә-ишектәре генә бик иҫке, уларҙы яңыға алыштырғанда, бигерәк тә яҡшы булыр ине”, - ти баҡса хеҙмәткәрҙәре.

“Фәрҙиә апай Мәжитова менән Тәслимә апай Вәлитоваларҙың “Ауылда балалар тауышы тынмаһын, улар бит беҙҙең киләсәк” тигән һүҙҙәрендә тулы хаҡлыҡ бар, ысынлап та, ул-ҡыҙҙары өсөн уңайлы шарттар булһа, йәштәр ҙә ауылда күберәк ҡалыр ине”, - ти баҡса мөдире Резеда Ғиниәтулла ҡыҙы.
Билдәле булыуынса, программа буйынса урындарҙа теге йәки был социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленә, урындағы бюджет, халыҡ менән бағыусылар ҙа үҙ өлөшөн индерә. Ҡайһы проблеманы хәл итеүҙе иһә халыҡ үҙе һайлай.
Ауыл биләмәһе башлығы Ирек Юдаев әйтеүенсә, программаға заявка ебәрелгән һәм ул хуплау тапҡан осраҡта балалар баҡсаһының ҡыйығы һәм тәҙрәләре алмаштырыласаҡ. Сметаның хаҡы – 575 мең һум, тимәк, халыҡ индерәсәк өлөш - 60 мең һум самаһы буласаҡ. Биләмәлә уҙған байрамдарға, һәр башланғысҡа даими матди ярҙам күрһәтеп килеүсе “Агропродукт” йәмғиәте был юлы ла ситтә ҡалмаясағын белдергән дә инде.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Читайте нас: