Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
1 Ғинуар 2019, 14:40

Тырыштар Өфөгә барҙы

21 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында төп Яңы йыл иртәлеге — Республика Башлығы шыршыһы үткәрелде. Байрамға республиканан 780 бала саҡырылды. Улар араһында — уҡыу алдынғылары, мәктәп олимпиадаларында, ил һәм төбәк фестивалдәрендә, конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр.

21 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында төп Яңы йыл иртәлеге — Республика Башлығы шыршыһы үткәрелде. Байрамға республиканан 780 бала саҡырылды. Улар араһында — уҡыу алдынғылары, мәктәп олимпиадаларында, ил һәм төбәк фестивалдәрендә, конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр.

Беҙҙең райондан мәртәбәле сарала 7 уҡыусы – Күгәрсен урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Илдар Ҡорбанаев, Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Юлия Камардина, Мәҡсүт урта мәктәбе филиалы Сапыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Элина Ишбаева, Яңы Хвалын урта мәктәбе уҡыусыһы Инсаф Ҡунысбаев, Йомағужа 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Вероника Николаева, Тәүәкән урта мәктәбе уҡыусыһы Миләүшә Әбдрәхимова ҡатнашты.

Яҡшы уҡып, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, төрлө конкурс, олимпиадаларҙа еңеп уңыш ҡаҙанған был балалар, һис шикһеҙ, шундай дәртләндереү сараһына лайыҡ, тип табылды.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова республиканың бөтә төбәктәренән килгән иң әүҙем һәм иң һәләтле балаларҙы сәләмләне.

- Һеҙ бик бәхетле, сөнки республикала йәшәүсе 464 мең уҡыусы араһынан тик 780 балаға ғына Башҡортостан Башлығы шыршыһында ҡатнашыу бәхете эләкте. Һис шикһеҙ, һеҙ быға лайыҡ, сөнки тик тырыштар, яңынан-яңы үрҙәргә ирешкәндәр был байрамға эләгә ала, - тине Ленара Иванова һәм республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың изге теләктәрен еткерҙе. - Бөгөн һеҙҙең арала физик мөмкинлектәре сикләнгән 100 бала ла бар. Улар ҙа һеҙҙең кеүек үк аҡыллы, һәләтле һәм ҡыҙыҡлылар. Улар менән дә аралашығыҙ. Ғөмүмән, тормошта бер-берегеҙгә, айырыуса ярҙам кәрәккәндәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышығыҙ. Хыялланығыҙ, ижад итегеҙ, тәүәккәлләгеҙ!
Быйыл уҡыусыларға «Яңы йыл киреһенсә» тигән тамаша күрһәтелде. Балалар Ҡыш, Яҙ, Йәй һәм Көҙ миҙгелдәренең ирешеп китеүенә һәм Ҡарһылыу менән Япраҡбикә ярҙамы менән уларҙың кире ярашыуҙарына шаһит булды.

Бынан тыш, ҡунаҡтар өсөн концерт залы фойеһында традицион программа – уйын-көлкө, әйлән-бәйлән, күңелле конкурстар, викториналар һәм флешмоб үткәрелде, төрлө ҡыҙыҡлы фотозоналар эшләне.

Фәйрүзә ИБРАҺИМОВА.


Читайте нас: