Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
1 Ғинуар 2019, 16:52

Туған тел илселәре

Өфө ҡалаһында “Башҡорт теле” байрамы үткәрелде.Оло форумға республиканың төрлө төбәктәренән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыүткәргән интернет–конкурста еңгән балалар, шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеүҙә ҙурҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар йыйылды.

Өфө ҡалаһында “Башҡорт теле” байрамы үткәрелде. Оло форумға республиканың төрлө төбәктәренән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән интернет–конкурста еңгән балалар, шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеүҙә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар йыйылды. Сара Өфөнөң иң мәртәбәле сәхнәһендә – Конгресс – Холда үтте.


Был байрамға беҙҙең райондан 4 уҡыусы саҡырылды. Башҡорт теле көнө сиктәрендә уҙғарылған “Илен һөймәҫ кенә, телен һөймәҫ...” иншалар конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Башҡорт гимназияһының 8-се класс уҡыусыһы Фидалиә Ҡаразбаева 2-се дәрәжә диплом менән бүләкләнде. “Башҡортостандың 100 шағиры” республика әҙәби марафонында интернет тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Яңы Хвалын урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Гөлфиә Килсенбаева 3-сө урын яуланы. Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Айһылыу Кинйәбаева һәм Воскресенк урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Галина Голушко Бөтә донъя башҡорттайы ҡоролтайы башҡарма комитетының рәхмәт хаттарын алып ҡыуанды.


Бүләкләүҙәрҙән тыш балалар өсөн үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс программа әҙерләнгән ине. Уҡыусылырҙы майҙансыҡтарға бүлеп, Өфө ҡалаһы уҡытыусылары һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс конкурстар, уйындар үткәрҙеләр.Балаларҙың телде, әҙәбиәтте, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен яҡшы белеүе, әҫәрләнеп шиғырҙар һөйләүе үҙе бер ҙур тамашаға әйләнде. Олуғ шәхестәр менән осрашыу, “Арғымаҡ” этно –рок төркөмөнөң ялҡынлы сығышы байрамға тағы ла мәртәбә өҫтәне. Иҫ киткес сара, рух байрамы, башҡорт рухы байрамы булды ул. Хәйер, кисерештәрҙе, тойғоларҙы һүҙ менән аңлатыу бөтөү мөмкин түгел һымаҡ. Илаһи мөхит барыһын да үҙ донъяһына йолоп алды. Балаларҙың күҙҙәренән нур бөркөлөп, ҡанатланып ҡайттылар. Телдең, милләттең киләсәге – балаларҙа, ә беҙгә, үҙ сиратыбыҙҙа, район данын яҡлап тырышыусы балаларҙыхупларға ғына ҡала.

Зөлфиә ИЛМӨХӘМӘТОВА,

Мораҡ 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Читайте нас: