Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Декабрь 2018, 20:24

Йылдың иң шәп бүләге кемдәргә насип булды?

Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге уҙып барған яҙылыу кампанияһы барышында гәзит уҡыусылар араһында төрлө акциялар үткәрҙе, приздар уйнатты. Быйылғы бүләк отоштар араһында иң шәбе һәм күптәрҙең иң көтөп алғаны, әлбиттә, велосипед уйнатыу булғандыр, моғайын. Ул бүләктәр “Башҡортостан Республикаһы” дәүләт унитар предприятиеһы тарафынан “Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 велосипед” акцияһы сиктәрендә алынды. 20 декабрҙә редакция хеҙмәткәрҙәре, беҙҙеңгәзит уҡыусыларҙың иң әүҙемдәре велосипед уйнатыуға йыйылды. Был акцияла “Мораҙым”гәзитен алдырған 348, “Кугарчинские вести”ны уҡыған 507 квитанция ҡатнашты.

Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге уҙып барған яҙылыу кампанияһы барышында гәзит уҡыусылар араһында төрлө акциялар үткәрҙе, приздар уйнатты. Быйылғы бүләк отоштар араһында иң шәбе һәм күптәрҙең иң көтөп алғаны, әлбиттә, велосипед уйнатыу булғандыр, моғайын. Ул бүләктәр “Башҡортостан Республикаһы” дәүләт унитар предприятиеһы тарафынан “Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 велосипед” акцияһы сиктәрендә алынды.
20 декабрҙә редакция хеҙмәткәрҙәре, беҙҙең гәзит уҡыусыларҙың иң әүҙемдәре велосипед уйнатыуға йыйылды. Был акцияла “Мораҙым” гәзитен алдырған 348, “Кугарчинские вести”ны уҡыған 507 квитанция ҡатнашты. Бына, ниһайәт, күптәр түҙемһеҙләнеп көтөп алған ваҡыт та етте. Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге директоры (баш мөхәррире) Альбина Ладыженко йыйылыусыларҙы уйын шарттары менән таныштырғас, сарала ҡатнашырға килгән гәзит уҡыусылар лототрондан бәхетле һандарҙы тартып та сығарҙылар.


Һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай ғына, еңеүселәрҙең исемдәрен атайбыҙ: шулай итеп, “Мораҙым” гәзитен алдырыусылар араһында 18 тиҙлекле “Форвард” велосипедын Яҡшембәт ауылынан Фирҙәүес Ҡолтаева отто. “Кугарчинские вести”ны алдырыусылар араһында велосипед юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшсәне Асия Күсмәеваға насип булды.

Ошо уҡ көндә тантаналы шарттарҙа өр-яңы велосипедтар хужаларына тапшырылды.
Асия Күсмәева велосипедта йөрөргә ярата икән, шуға ла шәп бүләккә бик һөйөндө.


“Эшкә лә, кәрәк еремә лә велосипед менән йөрөйөм. Гәзиттә бындай бүләк уйнатыу тураһында иғлан сыҡҡан һайын, эх, миңә эләкһә ине тип, һәр саҡ ҡыҙығып ҡарай инем. Яңы йыл алдынан ысынлап та мөғжизә булды был. Иҫән-һау эшләгеҙ, беҙҙе шулай гел ҡыуандырып тороғоҙ”, - тине ул беҙгә иң изге теләктәрен юллап.


Яҡшембәт ауылынан килеп еткән Фирҙәүес Ҡолтаева ла бүләккә бик ҡыуанды. “Гәзитте 20 йылдан артыҡ алдырабыҙ, һәр һанын уҡып барабыҙ”, - ти ул.


Беҙ йылдың иң шәп бүләге – велосипедты отоусыларҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм бүләктәребеҙ оҙаҡ ҡыуанысҡа булһын, тип теләйбеҙ.
Ә кемдәргә был юлы бәхет йылмаймаған, бер ҙә төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. 26 декабрҙә иртәнге 11-ҙә гәзит уҡыусыларыбыҙҙы автомобиль кәрәк-яраҡтары уйнатыласаҡ акцияла көтөп ҡалабыҙ. Тик был бүләк отошта үҙҙәре шәхсән ҡатнашҡан кешеләрҙең квитанциялары ғына уйнаясаҡ. Килегеҙ, күрегеҙ һәм ҡатнашығыҙ!
Читайте нас: