Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
15 Декабрь 2018, 18:42

Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ телебеҙҙе!

14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнде. Был байрам республика халыҡтары ассамблеяһы инициативаһы менән 2015 йылдан башлап күренекле мәғрифәтсе, башҡорт шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә башлай.

14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнде. Был байрам республика халыҡтары ассамблеяһы инициативаһы менән 2015 йылдан башлап күренекле мәғрифәтсе, башҡорт шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә башлай.
Ошо мәртәбәле байрам уңайынан Мораҡ ауылының “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһында матур сара үтте. Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә шөғөлләнеүсе балалар “моң шишмәһе-һандуғастай” моңло ла, наҙлы ла, аһәңле лә башҡорт телендә шиғырҙар һөйләп, йырҙар көйләп, һөйөклө туған телдәрен ниндәй кимәлдә белеүҙәрен асыҡ күрһәтте. Билдәле, түп-түңәрәк “5”кә!

“Күгәрсенкәй”ҙә милли рух һаҡланғанға күрә лә үҙенә генә хас йылылыҡ, яҡтылыҡ хакимлыҡ итә. Халҡыбыҙҙың йәшәйешен, асылын сағылдырыусы “Ҡомартҡы” милли музейы – баҡсаның бер сағыу биҙәге. Тиҙҙән умартасылыҡ мөйөшө лә булдыраласаҡ. Оҫта ҡуллы Гөлшат Абдрахманова етәкләгән биҙәү-ҡулланма сәнғәте түңәрәгендә милли биҙәүестәр эшләргә өйрәнеү мөмкинлеге бар. Баҡсаның һәм районыбыҙҙың символы – күгәрсен ҡошо һүрәте сигелгән түшелдеректәрен байрам хөрмәтенә кейеп тә алғандар ине уңған эшсәндәр. Бында балалар һәм тәрбиәселәр ҙур татыу ғаиләләй йәшәй, бал ҡортондай тырыш, тынғыһыҙ үҙҙәре.


Баҡсала 3 башҡорт төркөмө бар. Бәләкәстәр йөрәгендә туған телебеҙгә ҡарата мөхәббәт хистәре, тәрән ихтирам-хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында Нардуған, Сөмбөлә кеүек милли байрамдар үткәрелә, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр, бейеүҙәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Был юҫыҡта музыка дәресен алып барыусы Гөлгөнә Яугилдинаның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Бына әле яңыраҡ ҡына эшләй башлаған “Башҡорт бейеүе” түңәрәгенә хатта бындағы эшсәндәрҙе йәлеп итә алған, байрам көндө ҡунаҡтар һәм бәләкәс тамашасылар иғтибарына тәҡдим ителгән “Таң ҡыҙҙары” бейеүе һәр кем күңеленә хуш килде. Бәләкәстәр һәм тәрбиәселәр ҡатнашлығындағы милли оркестр халыҡ көйө – “Күбәләк”те башҡарып, хайран итте.

Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай “Күгәрсенкәй”ҙәр, республика кимәлендә үткән сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Былтыр Илназ Илмөхәмәтов Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған видеоконкурста 3-сө урын яулап, диплом менән бүләкләнгән. “Шайморатов Генерал” йыры менән хәрби йырҙар бәйгеһендә ҡатнашыусы бәләкәс әртистәрҙе Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Тамыр”тапшырыуында күрһәттеләр.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан башҡорт теле көнөнә арнап үткәрелгән “Һаумы, һаумы, әкиәт!” бәйгеһендә әкиәт һөйләргә яратыусы ике ҡыҙыҡайҙың сығышы жюри комиссияһына оҙатылған. Әкиәт оҫталары – Аделина Айытҡужина менән Илһөйәр Алламоратова матур байрамда ата-әсәләр һәм ҡунаҡтар алдында ла сығыш яһаны. Исемдәре еңеүселәр рәтенә инмәһә лә, ысын әртистәрсә килештереп әкиәт һөйләүҙәре тик юғары баһаға лайыҡ!

Йөкмәткеһе менән тәрән һәм рухлы, дөйөм кәйефе менән сабыйҙарҙың шат йөҙөндәй яҡты, маҡсаты менән юғары булған Башҡорт теле байрамы “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры менән тамамланды.
Туған телебеҙҙә һөйләшәйек, телебеҙҙе күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайыҡ!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: