Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
10 Декабрь 2018, 18:52

Еңеүгә өлгәшеп, дипломға лайыҡ булдылар

14 октярбҙән 31-енә тиклем Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты “Электрон сараларҙы ҡулланып үткәрелгән иң яҡшы дәрес” электрон белем биреү концепцияһына нигеҙләнгән республика конкурсын ойошторҙо. Конкурс дистанцион формала үтте һәм заманса дәрес өлгөләренең иң яҡшыларын уҡытыусының инновацион тәжрибәһен, эш оҫталығын иҫәпкә алып һайлап алыуға ҡайтып ҡалды.

Конкурстың маҡсаттары - электрон сараларҙы ҡулланыу эффективлығын күтәреү һәм педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең ИКТ-компетентлығын үҫтереү менән бергә белем биреү сифатын күтәреү ине.
Конкурсҡа республика район-ҡалаларының мәктәп, балалар баҡсаһы һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларынан 160 эш тәҡдим ителде. Шуныһы ҡыуаныслы, лауреаттар араһында беҙҙең мәғариф хеҙмәткәрҙәре – Мораҡ ауылының “Уралҡай” балалар баҡсаһы педагогтары: педагог-психолог Алһыу Фәхретдинова, музыка етәксеһе Светлана Фәхретдинова, логопед Гөлшат Байморатова ла бар.
Алһыу Рәфҡәт ҡыҙы “Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында педагог-психологтың тәрбиәүи эше” номинацияһында “Стресс һәм эмоциональ көсөргәнеште баҫыу алымдары” мастер-класы менән ҡатнашһа, Светлана Исмәғил ҡыҙы “Мәктәпкәсә белем биреү” номинацияһына мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә“Ер шары буйлап сәйәхәт” темаһына интегрицияланған дәрес өлгөһөн тәҡдим итте. Гөлшат Рәшит ҡыҙы “Коррекциялы педагогика” номинацияһында “Һүҙҙәрҙә һәм һөйләмдәрҙә ”Ш” өнөн автоматлаштырыу” темаһына индивидуаль логопедик дәрес өлгөһө менән ҡатнашты.
Еңеүгә өлгәшеп, дипломға лайыҡ булған педагогтарҙы беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм тағы ла яңынан-яңы үрҙәрҙә артылыуҙарын теләйбеҙ!

Фәйрүзә ИБРАҺИМОВА, район мәғариф бүлегенең педагогик мәғлүмәт үҙәге директоры.
Читайте нас: