Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
10 Декабрь 2018, 21:45
Башҡортостанда яңы йылда балалар баҡсаһы өсөн түләүҙең уртаса күләме үҙгәрә
Башҡортостанда 2019 йылдың 1 ғинуарынан балалар баҡсаһы өсөн түләү үҙгәрә, ләкин ул тиклем артмай, тип белдерҙеләр республиканың Мәғариф министрлығында.
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостанда 2019 йылдың 1 ғинуарынан балалар баҡсаһы өсөн түләү үҙгәрә, ләкин ул тиклем артмай, тип белдерҙеләр республиканың Мәғариф министрлығында.
Яңы йылда республикала мәктәпкәсә учреждениеларҙа балаларҙы тәрбиәләгән өсөн түләүҙең уртаса күләме 1617,2 һум була.
Түләүҙе кәметеүгә компенсация түләүҙәре күләме ошо сумманан сығып иҫәпләнә.
Ата-әсәләр балалар баҡсаһына түләү өсөн компенсацияға хоҡуҡлы.
Балалар баҡсаһына йөрөгән бер балаға — түләнгән сумманан 20% (323,44 һум), ике балаға — 50% (808,6 һум), өс һәм унан да күберәк икән — 70% (1132 һум),
тип асыҡлыҡ индерҙеләр төбәктең мәғариф ведомствоһында. Муниципалитеттарҙа балалар баҡсаһы өсөн ата-әсә түләүе күләме төрлөсә булыуы мөмкин, сөнки был уларҙың һәр береһендә айырым билдәләнә, ләкин уртаса күләме 1617,2 һум тәшкил итергә тейеш.
Быға тиклем закон балалар баҡсаһы өсөн түләү күләмен йыл дауамында бер нисә тапҡыр арттырырға рөхсәт итә ине. Хәҙер хаҡты йыл башында бер тапҡыр ғына арттырырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1248608-v-bashkirii-s-novogo-goda-izmenitsya-sredniy-razmer-roditelsko...
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?