Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
6 Сентябрь 2018, 17:58

Еҙ ҡыңғырау саҡыра, әйҙәп, белем иленә!

Мәҡсүт урта мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары, ата-әсәләр өсөн Белем көнө икеләтә байрамға әүерелде. Бында капиталь ремонттан һуң спорт залы сафҡа инде, ремонт эштәренә аҡса “Балалар спорты” федераль маҡсатлы программаһы буйынса бүленде. Мәҡсүттәрҙең шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов, Мәҡсүт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әхмәтйән Вәлитов, объектта төҙөлөш эштәре алып арған “Нур” йәмғиәте етәкселеге, ата-әсәләр һәм башҡалар килде. Ҡунаҡтар тәүҙә яңыртылған спорт залы менән танышты, унда уларҙы йәш спортсылар көтә ине, улар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте, депутаттан автограф алды.

Мәҡсүт урта мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары, ата-әсәләр өсөн Белем көнө икеләтә байрамға әүерелде. Бында капиталь ремонттан һуң спорт залы сафҡа инде, ремонт эштәренә аҡса “Балалар спорты” федераль маҡсатлы программаһы буйынса бүленде.

Мәҡсүттәрҙең шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов, Мәҡсүт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әхмәтйән Вәлитов, объектта төҙөлөш эштәре алып арған “Нур” йәмғиәте етәкселеге, ата-әсәләр һәм башҡалар килде.

Ҡунаҡтар тәүҙә яңыртылған спорт залы менән танышты, унда уларҙы йәш спортсылар көтә ине, улар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте, депутаттан автограф алды.

Мәҡсүт яҡтарында бик һәйбәт традиция йәшәп килә – иң яҡшы уҡыусыларға Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы флагтарын күтәреү хоҡуғы бирелә. Был юлы бәхеткә - флаг күтәреү хоҡуғына мәктәп һәм мәктәптән тыш сараларҙа әүҙем ҡатнашыусылар, олимпиада призерҙары, уҡыу алдынғылары Елизавета Сачкова менән Алһыу Хөсәйенова лайыҡ булды. Беренсе ҡыңғырауҙы сыңлатыу хоҡуғы 11-се кластан әүҙем уҡыусыларҙың береһе Алексей Кузнецовҡа һәм беренселәрҙән Айзилә Әминеваға бирелде.
- Һеҙгә икенсе тапҡыр киләм. Июндә беҙ эштәрҙең уртаса күләмен билдәләнек. Бөгөн спорт залына һоҡланып йөрөйбөҙ. Спорт характерҙы нығыта, түҙемле, сабыр булырға өйрәтә, һаулыҡты нығыта. Яҡшы уҡығыҙ, киләсәктә кем булырығыҙҙы алдан билдәләп, маҡсатығыҙға ҡыйыу барығыҙ. Ауылдың мәҙәниәт усағы ла матурланды, унда ла күркәм саралар үткәрер өсөн бөтә шарттар булдырылды. Ауыл балалары өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырыу - беҙҙең бурыс. Мәктәп артабан да юғары һөҙөмтәләргә ирешһен, ә мәктәпте тамамлаусылар үҙҙәренең белем йортон бер ҡасан да онотмаһын, - тине Зариф Закир улы үҙ сығышында һәм спорт залына волейбол һәм баскетбол туптары, ә балаларға – яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар – фликерҙар тапшырҙы.

Ҡотлауҙарға ауыл биләмәһе башлығы Әхмәтйән Вәлитов, мәктәп директоры Фәнил Хөсәйенов та ҡушылды, Фәнил Хөрмәт улы үҙ сиратында белем биреү өлкәһендәге күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Лениза Смирнова менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нуретдин Дәминевты почет грамоталары менән билдәләне.

Быйыл Мәҡсүт урта мәктәбенә беренсе класҡа 17 бала уҡырға килгән. “Фокс” йәмғиәте уларҙың һәр береһе өсөн иҫтәлекле бүләктәр – мәктәп кәрәк-яраҡтары әҙерләгәйне. Тантаналы шарттарҙа балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлсәсәк Низамова үҙенең тәрбиәләнеүселәрен тәүге уҡытыусылары Гүзәл Сафинаға тапшырҙы. Беренселәр мәктәп тупһаһын тәүгеләрҙән булып үтеп, үҙҙәренең тәүге дәрестәренә юл алды.

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров үҙенең тыуған Ҡалдар мәктәбендә лә булды, уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе белем көнө менән тәбрикләп, мәктәпкә спорт инвентары һәм стенд бүләк итте. Артабан ул Көйөргәҙе районына юл алды.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН.

Автор фотолары.

Читайте нас: