Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
3 Сентябрь 2018, 19:07

Белемле балалар – илебеҙ киләсәге

“Башланып китте уҡыуҙар“А” тигән хәреф менән” тигәндәй, белес усаҡтары ҡосаҡтарын киң йәйеп, уҡыусыларҙы ҡаршыларға күптән әҙер. Мәҡсүт мәктәбендә быйыл 17 бала беренсе класҡа бара. Һеҙ фотола күргән малай менән ҡыҙҙар ҙа белем тауының тәүге баҫҡысына баҫырға йыйына. Мәктәпкә улар әллә ҡасан йыйынып бөткән. Форма-күлдәктәр, портфель кеүек кәрәк-яраҡтар күптән алынған, ҡайһы сәскәләрҙән гөлләмә яһаясаҡтарын да күптән күҙаллап ҡуйған улар.

“Башланып китте уҡыуҙар
“А” тигән хәреф менән” тигәндәй, белес усаҡтары ҡосаҡтарын киң йәйеп, уҡыусыларҙы ҡаршыларға күптән әҙер. Мәҡсүт мәктәбендә быйыл 17 бала беренсе класҡа бара. Һеҙ фотола күргән малай менән ҡыҙҙар ҙа белем тауының тәүге баҫҡысына баҫырға йыйына. Мәктәпкә улар әллә ҡасан йыйынып бөткән. Форма-күлдәктәр, портфель кеүек кәрәк-яраҡтар күптән алынған, ҡайһы сәскәләрҙән гөлләмә яһаясаҡтарын да күптән күҙаллап ҡуйған улар.
Буяу ҡәләмдәрен, китап-дәфтәрҙәрен көнөнә ҡырҡ алып, ҡырҡ һалып, беренсе сентябрь көнөн түҙемһеҙлек менән көтәләр.
Радмир Казбанов ғаиләлә иң ҙуры, Айзилә Әминева иһә икенсе бала. Ҡыҙыҡай Мәҡсүттә йәшәй, ә класташ малай Төйөмбәттән йөрөп уҡыясаҡ. Ә фотола яңғыҙ төшкәне –Алина Сусанина – Күгәрсен мәктәбендә уҡыясаҡ.

Матур итеп һүрәт төшөрөргә лә, йырларға ла, бейергә лә маһир улар, спорт уйындарын да яраталар. “Мәктәпкә барғас, тик “бишлегә” генә уҡыясаҡбыҙ!”- тиҙәр буласаҡ уҡыусылар. Тәүге осорҙа уйынсыҡтарҙан, йәнһүрәттәрҙән айырылыу еңел булмаҫ инде, шулай ҙа белем алыу- энә менән ҡойо ҡаҙыуға тиң икәнен аңлайҙар улар. Ғилем тауына ыһ та итмәй еңел генә үрләп, матур тәрбиә алып, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып сыҡһындар ине улар! Белемле балалар –илдең яҡты киләсәге бит ул.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Читайте нас: