Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
21 Август 2018, 00:00

Яңы уҡыу йылына – яңы маҡсаттар менән

Район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе алдынан беҙ мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов менән әңгәмәләштек. Ул беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы яуап бирергә тырышты.

Район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе алдынан беҙ мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов менән әңгәмәләштек. Ул беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы яуап бирергә тырышты.
- Рәсүл Радик улы, күптән түгел Өфөлә мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика кәңәшмәһе үтте. Унда Рөстәм Зәки улы Хәмитов, мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова һәм башҡа өлкә етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмәнән ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттығыҙ? Мәғариф өлкәһенә быйыл ниндәй бурыстар ҡуйылды?

- Кәңәшмәлә мәғариф өлкәһенә яуаплы кешеләр – педагогтар, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙар, ата-әсәләр, опека органдары хеҙмәткәрҙәре, мәғариф министрлығы ҡаршыһындағы йәмәғәт берлеге рәйестәре, төбәк һәм федераль башҡарма власть органдары ҡатнашты.
Быйылғы кәңәшмәнең темаһы - “Заманса хәүефһеҙ мәғариф мөхитен булдырыу” булды. Бәхәс майҙансыҡтарында база белемен һәм күнекмәләрен үҙләштереүгә булышлыҡ иткән уҡытыу һәм тәрбиә эшенә яңы алымдар индереү мәсьәләләре, баланы бәләкәйҙән үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, һөнәри белемде модернизациялау, заманса инклюзив белем биреү йүнәлешен үҫтереүгә ҡулай шарттар булдырыу мәсьәләләре ҡаралды.

Пленар ултырышта Рәсәй Президенты В.В. Путин ҡуйған мәсьәләләр – Рәсәй мәғарифының конкурентлылығын тәьмин итеү, Рәсәйҙе дөйөм белем биреү буйынса алдынғы ун ил иҫәбенә индереү, Рәсәй халыҡтарының юғары рухи-әхлаҡи мәҙәниәте, тарихы һәм милли традициялары, рухи ҡиммәттәре нигеҙендә социаль яуаплы шәхес тәрбиәләү. Дөйөм алғанда, саранан яҡшы тәьҫораттар ҡалды. Ыңғай үҙгәрештәргә өмөт итәбеҙ.
2018-2019 уҡыу йылында беҙҙең тырышлыҡ үрҙә әйтелгән йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк. Һәр осорҙоң үҙенә генә хас үҙенсәлектәре була. Әлегеһе –үҙгәрештәр ваҡыты. Улар, иң беренсе сиратта, үҫә барған талаптар, баланы үҙ аллы тормошҡа әҙерләү менән бәйле.
Тормош йылдам үҙгәрә, уның менән бергә йәмғиәт тә, мәктәп тә үҙгәрештәр кисерә, шунлыҡтан мәғариф системаһының төп маҡсаттарының береһе – бөтә граждандарға сифатлы белем биреүҙе тәьмин итеү булып тора.
- Йәш белгестәрҙе йәлеп итмәй тороп, киләсәк тураһында һөйләү дөрөҫ түгел. Бәләкәй ауылдарҙа белгестәргә ҡытлыҡ икәнлеге сер түгел. Йәш белгестәр ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Был тәңгәлдә нимәләр башҡарыла?
- Районда бөтәһе 374 уҡытыусы, шуның 65-е - 35 йәшкә тиклемгеләр. Уҡытыусыларҙың уртаса йәше - 47. Әлбиттә, һис шикһеҙ, йәштәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Кадрҙар мәсьәләһен ваҡытында хәл итергә тырышабыҙ. Былай уҡытыусылар етмәү киҫкен тормай. Алдағы йылдарҙа математика, рус теле һәм әҙәбиәте, химия, физика, инглиз теле уҡытыусылары кәрәк буласаҡ. Был юҫыҡта мәшғүллек үҙәге менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ: вакансиялар тураһында мәғлүмәт бүлек сайтында ла баҫыла.
Башлыса үҙебеҙҙең райондан сыҡҡан белгестәрҙе йәлеп итергә тырышабыҙ, улар уҡып бөткәнсе йыл дауамында аралашып, һөйләшеп торабыҙ, юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына диплом алған өс йәш белгес эш һорап ғариза яҙҙы.
- Йәш белгестәргә ташламалар һәм ярҙамдар бармы?
- Быйыл республика етәкселеге ауыл уҡытыусыларына ярҙам итеүҙең яңы сараһын индерергә уйлай. Тәүге йылда яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән һәм артабан да эшен ауыл ерендә дауам итергә уйлаған белгестәргә ике йөҙ мең һум күләмендә матди ярҙам күрһәтеләсәк. Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова әйтеүенсә, был сара нәҡ йәш белгестәрҙе йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, аҡса конкурс нигеҙендә бүленәсәк.
Йәш белгестәргә эш хаҡына 20 процент күләмендә өҫтәмә һәм коммуналь хеҙмәт түләүҙәренә субсидиялар ҡаралған.
- Һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшкән иң яҡшы уҡытыусылар һәм уҡыусыларға ниндәй дәртләндереү саралары ҡаралған?
- Уҡытыусылар үҙҙәренең квалификацияһын күтәреп тора, ул йәһәттән БР Мәғарифты үҫтереү институты менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Уҡыусыларҙың да уңыштары байтаҡ. Беҙҙең район уҡыусылары беренсе тапҡыр Гагарин кубогына республика олимпиадаһы еңеүселәре булдылар. Мораҡ башҡорт гимназияһының 3-сө класс уҡыусыһы Дарья Дзюбо рус теле буйынса еңеү яуланы (уҡытыусыһы – Татьяна Павленко). Гимназияның 7-се класс уҡыусыһы Екатерина Арестова биологиянан 3-сө урынға лайыҡ булды (уҡытыусыһы – Альбина Арыҫланбаева). Ә районыбыҙҙың иң ҙур мәктәптәренең береһе - Мораҡ башҡорт гимназияһы 2017-2018 йылғы Ю.А.Гагарин кубогына республика олимпиадаһы һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы мәктәп тип танылды һәм диплом, беренсе космонавт Ю.А.Гагариндың бюсы менән бүләкләнде. «ТАСС-ДЕТЯМ» телевизион проекттар конкурсында Яңы Хвалын урта мәктәбе уҡыусыһы Илнар Аралбаев призер булды.

Мәғлүмәт технологиялары буйынса төрлө конкурс һәм олимпиадаларҙа ҡатнашҡан балалар, уҡытыусылар һаны артыуы ҡыуандары. Мәғлүмәт-коммуникация технологияларына арналған конкурстарҙа Йомағужа 1-се һәм 2-се, Вокресенск, Яңы Хвалын урта мәктәптәре әүҙем ҡатнаша. 2016 йылда “КРИТ” конкурсының муниципаль этабында 40 уҡыусы ҡатнашһа, 2017 – 55, 2018 йылда улар һаны 77 булды. 2018 йылда үткәрелгән төбәк этабында беҙҙекеләрҙең 4-һе призер һәм 1-һе еңеүсе булды.
Балаларҙың һәләтен үҫтерергә, камиллаштырырға фәнни-ғәмәли конференциялар ярҙам итә. Район уҡыусылары йыл һайын төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. 2017-2018 уҡыу йылында 22 уҡыусы еңеүселәр һәм призерҙар рәтен тулыландырҙы.
Былтыр беҙҙә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З.А.Биишеваның 110 йыллығына арналған республика конференцияһы үтте, унда ла беҙҙең педагогтар һәм уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы эштәре йыйынтыҡҡа инәсәк.

- Балалар баҡсаларына сират бармы?
- Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сираттар юҡ. Был демографик хәлгә лә бәйлелер инде. Яңы тәрбиәләнеүселәр алыу мөмкинлеге бар. Ата-әсәләр Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша электрон сиратҡа яҙыла йәки район мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итә ала. Районда балалар баҡсаларының матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бүленеүен билдәләп үтергә кәрәк. Йомағужа ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына реконструкция эшләнде,әле унда төҙөкләндереү эштәре бара, ҡорамалдар ҡуйыла. Сиратта – Волостновка утра мәктәбенә капиталь ремонт яһау. Воскресенк ауылында балалар баҡсаһы төҙөүҙе башлау эштәре бара.

- Мәктәптәрҙең әҙерлеген нисек баһалайһығыҙ? Мәғариф учреждениеларының барыһында ла ремонт эштәре үткәрелдеме?
- Белем алыуға кәрәкле шарттарҙы үтәргә тырышабыҙ. Дөйөм әйткәндә, әҙерлек яҡшы. Урындағы бюджеттан мәғариф учреждениеларына ремонт эшләргә, ҡаҙанлыҡтарҙа газ ҡорамалдарын алмаштырырға һәм ремонтларға аҡса бүленде. Мәғариф объекттарын видеокүҙәтеү, автоматик янғын сигнализацияһы сигналын янғын һағы подразделениеларына тапшырыу саралары менән йыһазландырыу эштәре тамамланды. 26 объектҡа “хәүефле кнопка” ҡорамалы ҡуйыла. Ведомство-ара комиссия бөтә мәғариф учреждениеларында ла булды, уларҙың барыһы ла яңы уҡыу йылына әҙер. Белем биреү объекттарын яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә бөтәколлективтар әүҙем ҡатнашты, уларға ата-әсәләр ярҙам итте.

- Хәҙер мәктәптәргә ваҡыт менән бергә атларға тигән бурыс ҡуялар. Мәғлүмәт ресурстары индерелә һәм ҡулланыламы? Учреждениеларҙа юғары тиҙлекле интернет бармы? Улар яңы техника менән йыһазландырыламы?
- Алдағы йылдарҙа электрон белем биреү буйынса квалификацияһын күтәреү буйынса курстар үткән һәм мәғлүмәт-коммуникация технологияларын ҡулланған педагогтар иҫәбен арттырыу – төп бурыстарҙың береһе булып тора.
Статистика буйынса 8 уҡыусыға 1 заманса персонал комьпьютер тура килә. Беҙҙең бөтә 34 мәғариф учреждениеһы ла – юридик шәхестәр, уларҙың рәсми сайттары, электрон адрестары бар, барыһы ла электрон документ әйләнешен ҡуллана, бөтә объекттар ҙа Интернет селтәренә тоташтырылған. Рәсәй Президентының “2024 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһындағы” май Указын тормошҡа ашырыу сиктәрендә район хакимәтендә юғары тиҙлекле интернет (70мб/сек тиклем) менән тәьмин итеү маҡсатында юл картаһы ҡабул ителде. 2019 йылға ул һәр мәктәптә булырға тейеш. 15 мәктәптә оптик-сүсле бәйләнеш линияһына тоташтырыу эштәре тамамланды. Быйылғы йылда ошо технология буйынса 13 учреждение интернетҡа тоташты. Локаль селтәрҙәрҙе монтажлау эшен ойошторорға кәрәк, ә китапханаларҙа бөтә электрон ресурстарҙы үҙ эсенә алған мәктәп серверын булдырыу күҙаллана, уны бөтә уҡытыусылар ҡуллана аласаҡ. Ундай шарттарҙа электрон журнал һәм көндәлектәрҙе алып барыу эше лә еңеләйәсәк. Көндән-көн электрон журналдарҙы ҡулланыу әүҙемләшә. Системала бөтәһе 7 меңдән ашыу кеше теркәлгән, уларҙың 462-һе – уҡытыусылар, 3952-һе – уҡыусылар һәм 2700-ҙән ашыуы – ата-әсәләр. Воскресенск урта мәктәбе тулыһынса электрон журнал алып барыуға күсте. Яҡын киләсәктә электрон уҡыу әсбаптары ла килеп сығыр әле.

- Яңы уҡыу йылы алдынан уҡытыусыларға, уҡыусыларға теләктәрегеҙ ниндәй булыр?
- Мәғариф өлкәһендә эшләүселәрҙең эше бик яуаплы һәм ауыр. Беҙ балалар менән генә түгел, уларҙың ата-әсәләре, законлы вәкилдәре, йәмғиәт менән эшләйбеҙ. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә лә көндәлек тырыш эштәре, һөнәри оҫталыҡтары, үҙ эшенә тоғро булғандары өсөн рәхмәт белдерәм һәм именлек, уңыштар теләйем. Алдағы уҡыу йылы ла юғары һөҙөмтәле булһын.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН әңгәмәләште.
Районда 13 урта, 12 төп дөйөм, 8 башланғыс белем биреү мәктәбе эшләй. Мәктәпкәсә белем биреү менән 16 балалар баҡсаһы һәм дөйөм белем биреү ойошмаһындағы 4 төркөм шөғөлләнә.
Читайте нас: