Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
18 Август 2018, 00:25

Башҡортостанда мәктәп кәрәк-яраҡтарының хәүефһеҙлеге буйынса «ҡыҙыу элемтә» асылды

Башҡортостанда Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы балалар тауарҙары, мәктәп кәрәк-яраҡтарының сифаты һәм хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса халыҡҡа һәм шәхси эшҡыуарҙарға консультациялар ойоштора. Эксперттар 15 августан 3 сентябргә тиклем телефон аша барлыҡ һорауҙарға яуап бирә. «Ҡыҙыу элемтә» телефоны: 8-800-700-90-30.

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
Башҡортостанда Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы балалар тауарҙары, мәктәп кәрәк-яраҡтарының сифаты һәм хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса халыҡҡа һәм шәхси эшҡыуарҙарға консультациялар ойоштора. Эксперттар 15 августан 3 сентябргә тиклем телефон аша барлыҡ һорауҙарға яуап бирә. «Ҡыҙыу элемтә» телефоны: 8-800-700-90-30.
Ярҙамды Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм эпидемиология үҙәге ҡарамағындағы Ҡулланыусылар өсөн консультация үҙәктәрендә лә алырға мөмкин.
Күҙәтеү ведомствоһында асыҡлыҡ индереүҙәренсә, «ҡыҙыу элемтә» эш көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан 4-кә тиклем эшләй, тәнәфес сәғәт 12-нән 1 тула 15 минутҡа ҡәҙәр, шылтыратыу бушлай.
Көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 4-кә тиклем Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә (450054, Өфө ҡалаһы, Рихард Зорге урамы, 58-се йорт, 104-се бүлмә) консультация алырға мөмкин.
Башҡортостан Республикаһында Гигена һәм эпидемиология үҙәгенең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса консультациялар үҙәгенә 8 (347) 287-85-18 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.
Читайте нас: