Йәй баштарында БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа республиканың агросәнәғәт комплексына кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Уның төп маҡсаттары булып власть органдары, ауыл хужалығы предприятиелары һәм белем биреү учреждениелары араһында үҙ-ара бәйләнеште нығытыу, ауыл хужалығы өлкәһенә йәш белгестәрҙе күберәк йәлеп итеү торҙо. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов та мәғариф системаһы алдына агросәнәғәт комплексын йәш кадрҙар менән тулыландырыу бурысын ҡуйҙы.
Ауыл ерендә иң талап ителгән һөнәрҙәр ниндәй, уларға ҡайҙа уҡырға? Ошо һорауҙарға яуапты ауылдан ситкә китергә теләмәгән күп кенә егет-ҡыҙҙар һәм уларҙың ата-әсәләре лә эҙләйҙер. Беҙҙең райондың эшсе һөнәрҙәр әҙерләүсе белем усағының тарихы һуғыштан һуңғы йылдарға тура килә. 1947 йылда нигеҙ һалынған һөнәрселек училищеһы әлегәсә уңышлы эшләп килә һәм беҙҙең, күрше райондарҙа йәшәүсе йәштәргә 9-11 класс базаһында төрлө һөнәр буйынса белем алырға мөмкинлек бирә. Мәләүез күп профилле һөнәрселек колледжының Мораҡ филиалы директоры Рәил Иҫәнбирҙин менән әңгәмәбеҙ ана шул темаға арналыр.
- Рәил Мөтиғулла улы, һуңғы йылдарҙа эшсе кадрҙар етешмәй тибеҙ, мәсьәләне ыңғай яҡҡа үҙгәртеп булырмы икән?
- Ысынлап та, йылдан-йыл ил эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ кисерә.Шуға ла беҙ ауыл хужалығы өлкәһендә эшләй алырлыҡ йәш белгестәрҙе әҙерләүҙе дауам итәбеҙ, мәҫәлән, былтыр беҙҙең уҡыу йортон 118 кеше тамамланы, уларҙың 16-һы ҡыҙыл диплом алды. Әйткәндәй, теләге булғандар уҡыуын юғары уҡыу йорттарында ла дауам итә ала.
2018-2019 уҡыу йылында беҙ 1-се курсҡа бюджет нигеҙендә 125 кеше ҡабул итергә йыйынабыҙ.
- Һуңғы йылдарҙа колледж ниндәй үҙгәрештәр кисерҙе?
- Белем биреү өлкәһендә, уҡыу йорттарында үҙгәрештәр булып тора, был – заман талабы. Быйыл БР Хөкүмәте аграр йүнәлешле уҡыу йорттарын (беҙҙең колледж да инә) тамамлаусы һәм ауыл хужалығы предприятеларында уңышлы эш башлаусы йәштәргә 300 мең һум (!) күләмендә ярҙам бирә башлаясаҡ – был беҙҙең өсөн дә, беҙҙә белем алыусы йәштәр өсөн дә бик ҡыуаныслы яңылыҡ булды.
Шулай уҡ Мәләүез күп профилле колледж статусын алғас, беҙҙең уҡыу йортона төрлө йәштәгеләр уҡырға килә ала, йәш сиге юҡ. Быйылдан башлап “Машина-трактор паркын ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү мастеры” һөнәренә яңынан уҡыта башлаясаҡбыҙ.
2018 йылда уҡыу йортоноң матди-техник базаһын нығытылды, уҡыу корпусының һәм ятаҡтарҙың электр ҡорамалдары талаптарға ярашлы итеп эшләнде. Шул уҡ объекттар янғын һүндереү ҡорамалдары, берҙәм дежур хеҙмәтенә тура сығыусы янғын иҫкәрткестәре менән комплекланды.
Белем усағын яңы уҡыу йылына ҡулдан килгәнсә әҙерләйбеҙ: уҡыу кабинеттарында һәм бүлмәләрендә ремонт яһала, был айҙа уҡыу корпусының, ятаҡтарҙың ҡыйығын алмаштырыу эше башлана, душ бүлмәләрендә иҙәндәрҙе, стеналарҙы ипкә килтерәсәкбеҙ. Аҡса артып ҡалһа, планда - тәҙрәләрҙе алмаштырыу.
Беҙҙә үҙ эшен яратҡан һәм яҡшы белгән һәйбәт коллектив тупланған. Алған белемде теорияла ҡулланып ҡарау өсөн кәрәкле ауыл хужалығы техникаһы ла бар. Беҙҙең студенттар волейбол, милли көрәш менән әүҙем шөғөлләнә. Студенттар колледж тормошонда, төрлө конкурс һәм сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡул эшен яратҡан ҡыҙҙар өсөн тегергә өйрәнергә һәм яратҡан эш менән шөғөлләнергә кәрәкле ҡорамалдар ҙа бар.
- Уҡыу йортоноң киләсәген нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ.
- Артабан да теория менән практиканы уңышлы алып барыу, уҡыу процесын тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итеү, студенттар өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Ваҡыт үтеү менән беҙҙә тормошта кәрәкле һәм тағы ла яңы һөнәрҙәргә уҡытыу мөмкинлеге тыуыр тип ышанабыҙ.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Мәләүез күп профилле һөнәрселек колледжының Мораҡ филиалы 2018-2019 уҡыу йылына түбәндәге һөнәрҙәр буйынса уҡырға саҡыра:
9 класс базаһында урта (тулы) дөйөм белем алыу менән:
- ауыл хужалығы производствоһы тракторист-машинисы (ауыл хужалығы машиналарын һәм ҡорамалдарын ремонтлау буйынса слесарь – “В”, ”С”, “Е”, “D”, ”F” категориялы тракторист-машинист, “В” һәс”С” категориялы автомобиль водителе). Уҡыу ваҡыты – 2 йыл 10 ай.
- усадьба хужабикәһе (хужаһы) (йәшелсә үҫтереүсе, ашнаҡсы, учетчик). Уҡыу ваҡыты – 3 йыл 10 ай.
- машина-трактор паркын ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү мастеры (машина-трактор паркын техник хеҙмәтләндереү буйынса мастер-төҙәтеүсе, ауыл хужалығы машиналарын һәм ҡорамалдарын ремонтлау буйынса слесарь, “В”, ”С”, “Е”, “D”, ”F” категориялы тракторист-машинист, “В” һәм ”С” категориялы автомобиль водителе). Уҡыу ваҡыты – 2 йыл 10 ай.
- усадьба хужабикәһе (хужаһы) (йәшелсә үҫтереүсе, ашнаҡсы, учетчик). Уҡыу ваҡыты – 1 йыл 10 ай.
- умартасы (умартасы, “В” һәм ”С” категориялы автомобиль водителе, “С” категориялы тракторист). Уҡыу ваҡыты – 10 ай.
Тапшырырға кәрәкле документтар:
1. Директор исеменә ғариза;
2. Белем тураһында документ (төп нөсхәһе);
4. Тыуыу тураһында таныҡлыҡтың копияһы;
5. Ғаилә хәле тураһында справка;
6. 086-У формалы медицина справкаһы;
7. 6 фото (размеры - 3*4);
8. социаль номер, страховка таныҡлығы, медицина полисы (копиялар).
Уҡырға инеүселәр тулы булмаған дәүләт ҡарамағында була. Бушлай төшкө аш ойошторола. Ятаҡ бирелә.
Уҡыуҙар 2018 йылдың 1 сентябрендә башлана.
Ҡабул итеү комиссияһы иртәнге 9-ҙан киске 5-кә тиклем эшләй, шәмбе һәм йәкшәмбе – ял көндәре.
Белешмә өсөн телефон: 2-08-49 (8-927-084-3587), 2-08-51 (8-927-939-6656).
Адресы: 453330, Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы, З.Биишева урмаы, 6.