Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль район хакимиәте башлығының 671-се һанлы ҡарарына ярашлы, 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем Күгәрсен районында “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” мәрхәмәтлек акцияһы уҙғарыла.
Сара ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға гуманитар ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторола.
Адреслы ярҙам – мәктәп кәрәк-яраҡтары, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт түбәндәге адрестар буйынса ҡабул ителә:
Мораҡ ауылы, З.Биишева урамы, 98 - “Ғаилә” Көньяҡ район-ара үҙәге, яуаплы кеше – Әҡсәнова Зөлфиә Нәзим ҡыҙы, телефон: 8(347789) 2-18-74;
Йомағужа ауылы, Төҙөүселәр урамы, 18 – “Наҙгөл” социаль приюты, яуаплы кеше – социаль эш буйынса белгес Зыянбаева Вәсилә Рәмил ҡыҙы, телефон: 8 (34789) 2-45-50.
“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” мәрхәмәтлек акцияһы сиктәрендә йыйылған адреслы ярҙам “Ғаилә” үҙәгендә иҫәптә тороусыларға йүнәлтелә.
Бөтә ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән акция координаторы –“Ғаилә” Көньяҡ район-ара үҙәге мөдире Зөлфиә Әҡсәноваға мөрәжәғәт итергә.
Акцияла әүҙем ҡатнашайыҡ, ярҙам итәйек һәм балаларҙы ҡыуандырайыҡ, йәмәғәт!