Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Июль 2018, 23:34

Башҡортостанда мәктәптәр республика флагын даими элеп ҡуйырға, уҡыу йылының башында һәм аҙағында гимн башҡарырға тейеш

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 54-се ултырышында депутаттар «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү хаҡында» закон проектын ҡабул итеү өсөн тауыш бирҙе.

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 54-се ултырышында депутаттар «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү хаҡында» закон проектын ҡабул итеү өсөн тауыш бирҙе.
Проект дөйөм белем биреү ойошмалары биналарына, Рәсәйҙең дәүләт флагы кеүек үк, Башҡортостандың дәүләт флагын даими урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота. Бынан тыш, республика флагын күтәреү йәки ҡуйыуҙың башҡа осраҡтары тәҡдим ителә, шул иҫәптән милек формаһының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, дөйөм белем биреү ойошмалары үткәргән күмәк саралар ваҡытында.
Закон проектына ярашлы, хәҙер дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыу йылы башланыуға һәм тамамланыуға арналған тантаналы йыйылыштарҙа, уҡыу йылы башланған көндә, дәүләт һәм муниципаль байрамдарҙа, шулай уҡ һәйкәлдәрҙе, дәүләт байрамдарына арналған тантаналы йыйылыштарҙы асҡанда Башҡортостандың Дәүләт гимнын башҡарырға кәрәк.
Читайте нас: