Мораҙым
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Июль 2018, 23:43

Башҡортостанда иң яҡшы уҡытыусыларҙы 200 мең һум күләмендә премия менән бүләкләйҙәр

Башҡортостан Мәғариф министрлығы 2018 йылда иң яҡшы уҡытыусыларға аҡсалата бүләк биреү конкурсы еңеүселәрен раҫланы. Тейешле бойороҡ ведомство сайтында баҫылып сыҡҡан. Документта премияны 33 уҡытыусы ала тип яҙылған.

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.
Башҡортостан Мәғариф министрлығы 2018 йылда иң яҡшы уҡытыусыларға аҡсалата бүләк биреү конкурсы еңеүселәрен раҫланы. Тейешле бойороҡ ведомство сайтында БАҪЫЛЫП СЫҠҠАН
Документта премияны 33 уҡытыусы ала тип яҙылған. Республикала иң яҡшы уҡытыусылар тип башҡорт теле һәм әҙәбиәте, география, биология, математика, башланғыс класс, рус теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте, физика, технология, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, информатика һәм мәғлүмәти-коммуникация технологиялары, шулай уҡ йәмғиәтте өйрәнеү тарихы, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, география, һынлы сәнғәт, иҡтисад, Рәсәй халыҡтарының дини-әҡлаҡи нигеҙҙәре, тарих уҡытыусылары танылған.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һәр еңеүсе 200 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк аласаҡ.
Читайте нас: