Мораҙым
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
10 Июнь 2018, 18:22

“Йәйләү”ҙәрҙә йәйләй башҡорт балаһы

Мәҡсүт урта мәктәбендә балаларға өҫтәмә белем биреү, уларҙың рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендә эшләүсе көндөҙгө “Йәйләү” балалар ял һәм һауыҡтырыу үҙәге эш башланы.

Мәҡсүт урта мәктәбендә балаларға өҫтәмә белем биреү, уларҙың рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендә эшләүсе көндөҙгө “Йәйләү” балалар ял һәм һауыҡтырыу үҙәге эш башланы.
Төп маҡсаты – туған телдә телмәр байлығын үҫтереү, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын, фольклорын, балалар уйындарын, ижадын, спорт төрҙәрен, музыка ҡоралдарында уйнап өйрәнеү, боронғо шифалы ризыҡтарҙы әҙерләү серҙәренә төшөнөү, ырыу легендалары, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, сәнғәт әһелдәре менән танышыу.
Ял итеү үҙәгенә быйыл 81 бала йөрөй.
Мәктәптә балаларҙың йәйге ялын күңелле һәм файҙалы итеп үткәреү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.

“Йәйләү” лагерының беренсе көнө “Йәйгенәмде йәйләүҙә йәйләйем” тип аталды. Был көндә балалар дүрт – Ҡыпсаҡ, Мең, Үҫәргән, Бөрйән ырыуҙарына бүленде, хужа ырыу итеп Ҡыпсаҡ ырыуы һайланды. Һәр ырыу үҙенең атрибуттарын: тамғаһын, ҡошон, батырын, оранын, ағасын өйрәнде. Райондашыбыҙ Дамир Әҙелбаев һүҙҙәренә һәм көйөнә яҙылған “Йәйләү” лагерының “Башҡортостан” гимнын өйрәнделәр.
1 июнь – Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан клуб хеҙмәткәрҙәре лә матур сара үткәрҙе. Мәҡсүт ауылы клубы мөдире Резеда Ҡотлобаева һәм Айгөл Килмөхәмәтова әҙерләгән бай йөкмәткеле байрам балаларға бик оҡшаны, улар күңелле уйындарҙа ла ихлас ҡатнашты.
Йәйләүҙең икенсе көнө “Баллы һүҙ баш әйләндерә” исеме аҫтында үтте. Был көндә данлыҡлы, ҡунаҡсыл Ҡыпсаҡ ырыуы еренә төрлө ырыу вәкилдәре ял итергә килде. Балалар башҡорт халҡының кейемдәрендә ҡунаҡтарҙы милли һыуһын – айран менән ҡаршы алды. Килгән ҡунаҡтарҙы тирмәнең түренә ултыртып, һәр бер ырыу үҙе менән таныштырып үтте. Беренсе булып һүҙҙе хужа ырыу ҡыпсаҡтар алды. Улар үҙ ырыуының ҡошо, ағасы, тамғаһы, ораны, девизы һәм йыры менән таныштырғас, һүҙ ут күршеләребеҙ үҫәргәндәргә бирелде. Йор һүҙле меңдәр ҙә, йыр-моңға бай бөрйәндәр ҙә һүҙ алды. Ырыуҙарҙың сығышынан һуң Рәсәй, Башҡортостан һәм “Йәйләү” гимндары яңғыраны. “Йәйләү” ҡунаҡтарын Мәҡсүт урта мәктәбе директоры Фәнил Хөсәйенов ҡотлап, рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытып яҡшы ял итеүҙәрен теләне.

Ял һәм һауыҡтырыу үҙәге етәксеһе Физәлиә Алсынбаева ла ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Балалар ҙа яуапһыҙ ҡалманы: һәр ырыу үҙенең йырлы-моңло күстәнәстәре менән килгәйне. Ҡыпсаҡтар ырыуҙаштарына матур йыр бүләк итһә, үҫәргәндәр оҫта итеп тасуири шиғыр һөйләне. Мең ырыуы ҡыҙҙары һәм малайҙары тыуған илебеҙ Башҡортостанды данлап йыр йырланы, йыр-моңға маһир бөрйән ырыуы вәкилдәре Айгизә Сәйфуллина - бейеү, Дилә Әбйәлилова “Бәхет өсөн” йыры менән сығыш яһаны.
Байрам барыһының да күңеленә хуш килде. Сара күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.
Киләһе көндәрҙә лә балалар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы саралар, экскурсиялар, бәйгеләр, осрашыуҙар ҡаралған. Ял итеүселәр “Йәйләү”ҙә һаулыҡтарын нығытып, яңы уҡыу йылына көс-дәрт туплайҙар. Халҡыбыҙҙың тарихын, күркәм йолаларын, мәҙәниәтен, ғөрөф – ғәҙәттәрен төрлө уйындар, бәйгеләр аша тәрбиәләү яҡшы һөҙөмтәләр бирер тип ышанабыҙ.

Гүзәл САФИНА,

“Йәйләү” балалар ял һәм һауыҡтырыу үҙәгенең өлкән әйҙәүсеһе.
Читайте нас: