Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
4 Июнь 2018, 17:38

Һау бул, нурлы баласаҡ йорто!

Үткән аҙнала “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһы үҙенең 23 бәләкәсе, 12 ҡыҙ һәм 11 малай – буласаҡ беренселәр өсөн тантаналы сығарылыш кисәһе үткәрҙе. Моңло көй аҫтында залға тантана сәбәпселәре сығып теҙелде. Ҡулдарында – йәйғорҙоң бар төҫтәрен балҡытҡан шарҙар. Матур күлдәктәрендә ҡыҙҙар үҙҙәре лә гөл-сәскәләй балҡый, ә малайҙар килешле костюмдарында ысын принцтар һымаҡ ине.

Үткән аҙнала “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһы үҙенең 23 бәләкәсе, 12 ҡыҙ һәм 11 малай – буласаҡ беренселәр өсөн тантаналы сығарылыш кисәһе үткәрҙе.
Моңло көй аҫтында залға тантана сәбәпселәре сығып теҙелде. Ҡулдарында – йәйғорҙоң бар төҫтәрен балҡытҡан шарҙар. Матур күлдәктәрендә ҡыҙҙар үҙҙәре лә гөл-сәскәләй балҡый, ә малайҙар килешле костюмдарында ысын принцтар һымаҡ ине. Улар башҡарыуында “Һау бул, баҡсабыҙ!” йыры аһәңле лә, бер аҙ моңһоу ҙа яңғыраны.

Шулай булмай ни, 4-5 йыл буйы һине иркәләп-наҙлап, икенсе әсәй ролен башҡарған тәрбиәселәр, ымһындырып торған уйынсыҡтар ҡалаһы менән һаубуллашыуы бер ҙә еңел түгел шул.

Яратҡан уйынсыҡтарын ҡосаҡтарына нығыраҡ ҡыҫып, улар менән хушлашыу бейеүен дә башҡарҙы, “ҡәҙерле”ләренә йырын да бағышланы бәләкәстәр.

Нисә йылдар дауамында уларҙы ҡурсалап та, тейешенсә шелтәләп тә тәрбиәләгән һөйөклө апайҙарына – тәрбиәсе Разифа Байназарова, уның ярҙамсыһы Әлфира Солтанморатова, алмаш тәрбиәсе Гәүһәр Вәлитоваға һәм өлкән тәрбиәсе Венера Тоҡомбәтова, спортҡа һөйөү тәрбиәләгән Гөлшат Абдрахманова, серле сәнғәт донъяһын асҡан Гөлгөнә Яугилдина, балалар баҡсаһын ваҡытлыса етәкләүсе Рәшиҙә Кәримова, телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләгән Светлана Табулдина, ашнаҡсылар һәм башҡа эшсәндәргә оло рәхмәт һүҙҙәрен шиғри юлдар аша белдерҙе сабыйҙар.

Бөтәһе лә һәләтле бит әле үҙҙәре! Ләйсән Кинйәбаева, Уралия Тимербаева, Әминә Мысырғәлина, Эвелина Нуркаева, Мәрйәм Сәйетбаталова, Дилбәр Мәжитова, Зилә Сафина, Аделина Алсынбаевалар һәр байрамда шиғырҙың тәмен белеп, ихлас һөйләү һәләтенә эйә икәнлектәрен иҫбатлаһа, Камелия Ниғәмәтуллина ата-әсәһенә оҡшап бейергә әүәҫлеген күрһәтте.

Ә бына Гөлнәзирә Аҡкилдинаның әсәһе менән бергәләп башҡарған моңло йыры был кисәгә йәм өҫтәне, күңелдәрҙе иретте. Ә буласаҡ һалдаттарыбыҙ бөтәһе лә бейергә оҫта, шулай ҙа артистарса килештереп ихлас бейеүе менән айырылып торған Ильяс Садыҡовты атап үтеү яҙыҡ булмаҫ. Төрлө кәйефтә кино төшөрөп күрһәткән, үҙҙәре лә ысын актерҙарҙан һис ҡалышмаған Максим Жувасин, Тимур Аллағужин, Фидан Азаматов һәм Юлиә Абдуллиналар мауыҡтырғыс сценкалары менән күңелдәрҙе күтәрҙе.

Кескәйҙәр төркөмөндәге сабыйҙар ҙа ҡунаҡҡа буш ҡул менән килмәгән – апай-ағайҙарына вальс бейеүен бүләк итте, ә бәләкәстәрҙең тәрбиәсеһе Гөлшат Сафина буласаҡ беренселәргә аҡ теләктәрен еткерҙе, белем тауҙарына менгәндә көс-дәрт, уңыштар юлдаш булыуын теләне.

Әммә 1-се класҡа барыр өсөн белем асҡысы кәрәк тә баһа! Бының өсөн балалар ярҙам һорап тәүҙә Һыу инәһенә (Шәмғиә Исхаҡова) мөрәжәғәт итте. Тылсымлы асҡыстың ҡайҙа икәнлеген белер өсөн уның алдында имтихан тоттолар: хәрефтәрҙән иң ҡәҙерле, матур “әсәй” һәм “атай”, “мәктәп”, “рәхмәт” һүҙҙәрен яҙып күрһәтте. Әһә! Буратино юғалтҡан алтын асҡыс гөбөргәйелдә икән! Тортила (Рәшиҙә Кәримова) һәм уның әхирәттәре лә (Гәүһәр Вәлитова һәм Гөлшат Абдрахманова) бәләкәстәрҙең һәр яҡлап белемен тикшереп ҡараны.

Балалар зирәклеккә һынауҙарҙы анһат үтеп, ниһайәт, белем иленә алтын асҡысты ҡулына төшөрҙө. Ә кем уларҙы һәр яҡлап үҫтерергә күп көс һалған һуң? Әлбиттә, тәрбиәсе! Был изге һөнәр эйәләренә төбәлгән йылы һүҙҙәр йыш яңғыраны кисәлә.

- Сабыйҙарыбыҙ нәҡ һеҙҙә йыр-бейеүгә, тасуири шиғыр уҡырға, һүрәт төшөрөргә өйрәнде. Йөрәк наҙығыҙҙы, йылы ҡарашығыҙҙы уларға йәлләмәнегеҙ. Һеҙҙең һөйөү, һеҙ һалған тәрбиә, һеҙ биргән белем мәктәп һуҡмағына аяҡ баҫҡанда балаларыбыҙға һис шикһеҙ ярҙам итер, - тип, бөтә ата-әсәләр исеменән тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе комитет ағзаһы Нурзилә Сафина.


Сабыйҙарҙы йылмайып-көлөп ҡаршы алып балалар баҡсаһына ҡабул иткән етәксе Алһыу Хәйбуллина ла был сығарылыш төркөм балаларының зирәк, әүҙем, һәләтле булыуҙарына һоҡланыуын белдерҙе, ҡыҙыҡлы ла, ауыр ҙа белем иленә аҡ юлдар теләне. Уның һәм әсәйҙәр ҡулынан тантаналы рәүештә дипломдар, бүләктәр алып ҡыуанды бәләкәстәр. Байрам кисәһе хушлашыу вальсы, матур теләктәр менән зәңгәр күккә бергәләшеп шар осороу, иҫтәлеккә ағас ултыртыу менән тамамланды.

Эйе, 23 сабый ҙур тормоштоң иң тәүге баҫҡысын ғына үтте әле. Беренсе дәрестәр, тылсымлы һүрәттәр, тәрбиәсе апайҙарҙың яҡты йөҙө менән нурлы балалар баҡсаһы онотолмаҫ, йөрәк түрҙәрендә оҙаҡ һаҡланыр әле. Ә ғәзиз ата-әсәләр һәм хөрмәтле тәрбиәселәрҙең аҡтарҙан-аҡ, изгеләрҙән изге матур теләктәре белем илендә лә тоғро юлдаш, яҡын серҙәш булып уларҙы оҙата барһын!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотолары.
Читайте нас: