Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
2 Июнь 2018, 17:07

Республикала Мәғарифты үҫтереү институты һәм Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте уҡытыу үҙәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән берләштерелә

Республиканың ике өҫтәмә һөнәри белем биреү учреждениеһы: Мәғарифты үҫтереү институты һәм Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте уҡытыу үҙәге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән берләштерелә. Тейешле указға, Башҡортостан Хөкүмәте тәҡдимен хуплап, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған.

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.
Республиканың ике өҫтәмә һөнәри белем биреү учреждениеһы: Мәғарифты үҫтереү институты һәм Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте уҡытыу үҙәге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән берләштерелә.
Тейешле указға, Башҡортостан Хөкүмәте тәҡдимен хуплап, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған.
Үҙгәртеп ҡороу тураһында ҡарар юғары квалификациялы идара итеүсе кадрҙар әҙерләгәндә файҙаланылған уҡытыу, фәнни һәм ойоштороу-методик базаны камиллаштырыу, дистанциялы уҡыу технологияларын һәм электрон уҡытыуҙы ҡулланып, белем биреү процесының заманса моделдәрен индереү өсөн ҡабул ителгән.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен «Электрон белем биреү», «Һанлы иҡтисад» һәм «Һаҡсыл хөкүмәт» йүнәлештәре менән тулыландырырға ҡушылған.
Үҙгәртеп ҡороуҙы 1 октябргә тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.
УФА, 1 июн 2018. /ИА «Башинформ», Эльмира Сабирова/.
К Башкирской академии государственной службы и управления (БАГСУ) при Главе РБ будут присоединены два учреждения дополнительного профессионального образования РБ: Институт развития образования и Учебный центр госслужбы занятости населения.
Соответствующий указ подписал Глава региона Рустэм Хамитов, поддержав предложение Правительства РБ.
Решение о реорганизации принято в целях совершенствования учебной, научной и организационно-методической базы, используемой при подготовке управленческих кадров высшей квалификации, внедрения современных моделей образовательного процесса с использованием дистанционных образовательных технологий и электронного обучения.
Поручено основные направления деятельности БАГСУ дополнить направлениями «Электронное образование», «Цифровая экономика» и «Бережливое правительство».
Реорганизацию планируют завершить до 1 октября.
Читайте нас: