Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
31 Май 2018, 12:19

Алда - имтихандар

Районда Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек барышы менән район мәғариф бүлегенең баш белгесе Руслан Ибраһимов таныштырҙы.

Районда Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек барышы менән район мәғариф бүлегенең баш белгесе Руслан Ибраһимов таныштырҙы.
- Рәсәй Федерацияһының 2012 йылдың 29 декабрендәге 273-сө Федераль Законына, 2013 йылдың 26 декабрендәге 1400-сө һанлы бойороғона, Башҡортостан Республикаһының 2013 йылдың 1 июлендәге 696-сы һанлы законына, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының 201 йылдың 29 декабрендәге 1553-сө һанлы бойороғона ярашлы, Күгәрсен районында берҙәм дәүләт имтиханын һәм башҡорт теленән берҙәм төбәк имтиханын ойоштороу һәм үткәреү маҡсатында саралар планы раҫланды.

Уның сиктәрендә берҙәм дәүләт имтиханы һәм берҙәм төбәк имтиханында ҡатнашыусыларға, уларҙың ата-әсәләренә (законлы вәкилдәрен) имтиханды үткәреү һорауҙары буйынса мәғлүмәт биреү ҡаралған. Шулай уҡ ошо мәсьәлә буйынса мәктәп буйынса дөйөм ата-әсәләр йыйылыштары үтте. Район гәзитендә имтиханды ташырыу тәртибе менән даими таныштырып торабыҙ. Райондың мәғариф бүлегендә “Ҡыҙыу линия” эшләй, 2-16-14 телефоны буйынса шылтыратып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ала ала. Мәғариф бүлегенең рәсми сайтында Берҙәм дәүләт имтиханы һәм берҙәм төбәк имтиханын үткәреүгә ҡағылған бүлек алып барыла.
Читайте нас: