Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
29 Май 2018, 00:58

Хушлашҡанда бала саҡ менән

Һуңғы ҡыңғырау байрамының тирә-яҡ тәбиғәттең яңырып, ап-аҡ сәскәләргә күмелгән илаһи мәлендә үткәрелеүе лә юҡҡа түгелдер. Сөнки нәҡ ошо мәл менән ауаздаш та инде йәшлек миҙгеле. Әле яңыраҡ ҡына кескәй ҡулдарынан етәкләп беренсе класҡа алып килгән ул –ҡыҙҙарыбыҙ бөгөн үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫырға тора. Ун бер йыл ғүмерең күҙ асып йомған арала үтеп тә киткән.

Һуңғы ҡыңғырау байрамының тирә-яҡ тәбиғәттең яңырып, ап-аҡ сәскәләргә күмелгән илаһи мәлендә үткәрелеүе лә юҡҡа түгелдер. Сөнки нәҡ ошо мәл менән ауаздаш та инде йәшлек миҙгеле.
Әле яңыраҡ ҡына кескәй ҡулдарынан етәкләп беренсе класҡа алып килгән ул –ҡыҙҙарыбыҙ бөгөн үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫырға тора. Ун бер йыл ғүмерең күҙ асып йомған арала үтеп тә киткән.
Район мәктәптәрен быйыл 563 бала тамамлай, шуларҙың 161-е – 11-се класс уҡыусылары. Мораҡ башҡорт гимназияһы иһә 11-ҙе тамамлаған 55 баланы оло юлға оҙата.

Матур йолаға әүерелгән һуңғы ҡыңғырау тантанаһы Мораҡ башҡорт гимназияһында ла юғары кимәлдә үтте. Сығарылыш класс уҡыусыларын район хакимиәте башлығы исеменән хакимиәттең спорт, йәштәр һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге начальнигы Илнур Сәйфуллин тәбрикләне. Мәктәп директоры Рәзилә Хисмәтуллина, ата-әсәләр исеменән комитет ағзалары Айгөл Арыҫланбәкова, Айгөл Баязитова ла балаларға нәсихәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бала саҡ менән хушлашыуҙы символик рәүештә һынландырған сәңгелдәк эленгән шарҙы һауаға осороу ҙа күңелде тулҡынландырҙы. Оло тормош юлына баҫырға торған ағай-апайҙарын 2028 йылда ғына мәктәпте тамамлаясаҡ беренселәр ҙә ҡотланы, апай-ағайҙары уларға матур китаптар бүләк итте.

Мәктәп менән хушлашыу һәр ваҡыт моңһоу күренеш. Сығарылыш класс уҡыусылары ла үҙ сиратында төплө белем, матур тәрбиә биргән уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, бала саҡтың һуңғы вальсында әйләнде.
Мәктәп партаһы артынан торһалар ҙа, Берҙәм дәүләт имтиханынан тыш тормош партаһы артында әллә күпме имтихандар көтә әле балаларҙы.

Ошо оло юлда баҙап ҡалмай уҡытыусылары биргән белемде, тәрбиәне оҫта файҙаланып, үҙҙәре теләгән уҡыу йортона инеп, үҙҙәре теләгән һөнәр эйәләре булып, тормошта үҙ урындарын табып тыуған республикабыҙ мәнфәғәтенә фиҙаҡәр хеҙмәт итерлек лайыҡлы уҙамандар булырға насип булһын уларға.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Гөлгаз СӘЙЕТБАТТАЛОВА фотолары.
Читайте нас: