Мораҙым
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
16 Май 2018, 13:11

Башҡортостанда «Һуңғы ҡыңғырау» көндө алкоголь һатыу тыйылған

Башҡортостанда «һуңғы ҡыңғырау» көндө алкоголь һатыу тыйылған, тип хәтергә төшөрә республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты.Тыйыу республика биләмәһендә 2017 йылда ғәмәлгә инде. Уны боҙған өсөн штраф ҡаралған. Продукцияны тартып алыу менән йәки унһыҙ вазифалы кешеләр өсөн ул – 20-40 мең һум, юридик шәхестәр өсөн 100-300 мең һум тәшкил и

ӨФӨ, 2018 йыл, 16май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Башҡортостанда «һуңғы ҡыңғырау» көндө алкоголь һатыу тыйылған, тип хәтергә төшөрә республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты.
Тыйыу республика биләмәһендә 2017 йылда ғәмәлгә инде. Уны боҙған өсөн штраф ҡаралған. Продукцияны тартып алыу менән йәки унһыҙ вазифалы кешеләр өсөн ул – 20-40 мең һум, юридик шәхестәр өсөн 100-300 мең һум тәшкил итә.
Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Асылова аңлатыуынса, «һуңғы ҡыңғырау» көндө алкоголле продукцияны һатыуҙы тыйыу иҫкәртеү һәм тәрбиә биреү маҡсатына эйә.
«Тәү сиратта, был сара үҫеп килгән быуын араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән», — тип белдерҙе республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты башлығы.
Читайте нас: