ӨФӨ, 2018 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.
Стәрлетамаҡта 18 апрелдә ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән мәктәп ғәҙәти режимда эшләй башланы, тип хәбәр итте журналистарға уҡыу йортоноң вәкиле.
«Бөгөн иртән мәктәптә дәрестәр башланды, белем биреү учреждениеһы штат режимында эшләй. Кәрәк булған осраҡта психологтар бригадаһы ҡыйынлыҡ кисергәндәргә ярҙам итергә әҙер», — тип һөйләне әңгәмәсе урындағы «Стерлеград» яңылыҡтар порталына.
Стәрлетамаҡтағы 1-се мәктәптең 9-сы коррекция класы уҡыусыһы уҡыусыларға һәм информатика уҡытыусыһына бысаҡ менән ташланған, һуңынан бүлмәгә ут төрткән. Һөҙөмтәлә дүрт кеше: уҡытыусы, ике уҡыусы ҡыҙ һәм енәйәтсе үҙе яраланған. Уларҙың барыһы ла уртаса ауырлыҡтағы йәрәхәттәр менән ҡала дауаханаһына оҙатылған.
Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты 17 йәшлек үҫмергә ике һәм унан да күберәк кешегә үлтереү менән янау тураһында енәйәт эше ҡуҙғатты. Бынан тыш, бәлиғ булмағандарҙың енәйәттәрен иҫкәртеү органдарындағы вазифалы кешеләр юл ҡуйған вайымһыҙлыҡ факты буйынса енәйәт эше асылды.
Әле ғәйепләнеүсегә дауаханала медицина ярҙамын күрһәтеү дауам итә. Тәфтишселәр табиптарҙың рөхсәте менән үҫмерҙән һорау ала. Һуңынан уға яза сараларын ҡулланыу тураһында һорау хәл ителергә тейеш.