Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
18 Апрель 2018, 18:54

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡта ғәҙәттән тыш хәл урынында оператив кәңәшмә уҙғарҙы

18 апрелдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтағы 1-се мәктәптә, ғәҙәттән тыш хәл урынында, оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда хоҡуҡ һаҡлау органдары, экстрен хеҙмәттәр, республика һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре ҡатнашты.

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
18 апрелдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтағы 1-се мәктәптә, ғәҙәттән тыш хәл урынында, оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда хоҡуҡ һаҡлау органдары, экстрен хеҙмәттәр, республика һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре ҡатнашты.
Төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республиканың барлыҡ мәктәптәрендә үткәреү режимын көсәйтергә, шулай уҡ янғын булған кабинетты тиҙ арала ремонтларға ҡушты. Унда иртәгә үк дәрес уҙғарырға тейештәр.
«Мин класты тиҙ арала ремонтларға, тәртип урынлаштырырға, кәрәкле ҡорамалдар һатып алырға ҡуштым. Төштән һуң төҙөүселәр эш башларға тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ваҡиға сәбәптәрен тикшерергә кәрәк. Малай бысаҡты нисек алып ингән? Һаҡсы бар, металл эҙләү ҡорамалы ҡуйылған. Был осраҡ беҙгә республиканың барлыҡ мәктәптәрендә хәүефһеҙлек системаларын тикшерергә этәргес бирә. Был эште бөгөн йәки иртәгә башҡарырбыҙ».
Педагогтар коллективы менән әңгәмә барышында республика Башлығы уҡыусыларҙы оператив эвакуациялаған уҡытыусыларҙың ойошҡанлы эш итеүен, шулай уҡ бер нисә минут эсендә фажиғә урынына килеп еткән экстрен хеҙмәттәрҙең эшен билдәләп үтте.
Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙә хәүефле төркөмдәргә ҡаршы көрәшеүгә ҙур иғтибар бүлде.
«Мәғлүмәт технологиялары үҫешеү менән интернетта бөгөнгөгә оҡшаш хәл, суицид ҡылыуға йүнәлтелгән балалар төркөмдәре барлыҡҡа килде. Бындай төркөмдәр бик күп. Ошо төркөмдәргә яҙылған балалар ҙа бихисап, — тине Рөстәм Хәмитов. — Шуға күрә беҙгә уяу булырға кәрәк. Власть структуралары, республика мәктәптәрендәге уҡытыусылар коллективына яңы саҡырыуҙар, яңы хәүеф янай. Беҙ быға әҙер булырға тейеш».
Һуңынан Рөстәм Хәмитов яраланғандар менән осрашыу өсөн дауаханаға юлланды.
http://www.bashinform.ru/news/1145979-rustem-khamitov-provel-operativnoe-soveshchanie-na-meste-chp-v...
Читайте нас: