Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
18 Апрель 2018, 19:02

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ дауаханаһында мәктәптә ғәҙәттән тыш хәлдә зыян күргәндәр менән осрашты

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтағы 1-се дауаханала мәктәптә зыян күргәндәр менән осрашты. Төбәк етәксеһе уларҙың хәле менән ҡыҙыҡһынды һәм тиҙерәк һауығыуҙарын теләне, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтағы 1-се дауаханала мәктәптә зыян күргәндәр менән осрашты. Төбәк етәксеһе уларҙың хәле менән ҡыҙыҡһынды һәм тиҙерәк һауығыуҙарын теләне, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
«Балаларҙың ғүмеренә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай, ҡыҙҙар һауығыр, барыһы ла һәйбәт булыр. Мин улар менән аралаштым, таныйҙар, хатта йылмаялар», — тине Рөстәм Хәмитов уларҙың ата-әсәләре һәм туғандары менән һөйләшеүҙә.
Табиптар әйтеүенсә, зыян күргәндәр уртаса ауырлыҡтағы йәрәхәттәр менән ҡала дауаханаһына оҙатылған. Әлеге ваҡытта уларҙың хәле тотороҡло, артабанғы фараздар яҡшы. Улар менән психологтар ҙа эшләй.
Алдан хәбәр ителгәнсә, бөгөн 9-сы коррекция класы уҡыусыһы уҡыусыларға һәм информатика уҡытыусыһына бысаҡ менән ташланған, һуңынан кабинетҡа ут төртөп, үҙен-үҙе үлтерергә маташҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдә дүрт кеше: уҡытыусы, ике уҡыусы ҡыҙ һәм һөжүм итеүсе үҙе зыян күргән.
http://www.bashinform.ru/news/1146038-rustem-khamitov-posetil-v-bolnitse-sterlitamaka-postradavshikh...
Читайте нас: