Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
3 Апрель 2018, 00:24

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы еңеүсеһе иғлан ителде

31 мартта Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2018» республика конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде.

31 мартта Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2018» республика конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде.
Өфөләге 39-сы гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Эмма Сәфиуллина еңеү яуланы. Әйткәндәй, педагог быйыл ике тапҡыр йыл уҡытыусыһы тип танылды. «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсының абсолют еңеүсеһе исеменән тыш, ул баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыһы булды. Шулай уға «Башҡортостандың мәғариф отличнигы» исеме бирелде.
«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы лауреаттары тип Любовь Александрова (Өфөнөң 110-сы мәктәбе) һәм Артем Баянов (Өфөнөң 130-сы мәктәбенең математика уҡытыусыһы) танылды. Ул шулай уҡ тамашасыларҙың онлайн-тауыш биреү йомғаҡтары буйынса еңеү яуланы; Миләүшә Кашапова (Туймазы районының 1-се дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты); Евгения Рощупкина (Өфөнөң 60-сы лицейы).
Баш ҡаланың 5-се лицей уҡытыусыһы Нурзилә Нәҙерғолова иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы исеменә лайыҡ. Лауреаттар иһә, Ләйсән Хәсәнова (Өфөнөң 10-сы мәғариф үҙәге); Йәғәфәр Нәҙершин (Сибайҙың 5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе); Гөлфирә Миңлеәхмәтова (Өфөнөң 95-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе); Лиза Ниғмәтуллина (Баймаҡтың 3-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе).
«Йәш йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы лауреаттары: Шишмә эшсе ҡасаба гимназияһы уҡытыусыһы Илнар Исламов; Гөлшат Ковалева (Октябрьскийҙың 10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе); Татьяна Ҡунаҡбаева (Өфөнөң 99-сы мәктәбе) Павел Мөхәмәтов (Өфөнөң 16-сы гимназияһы). Еңеүсе – Стәрлетамаҡтың 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Олег Һарғаев.
Йылдың иң яҡшы «Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» конкурсы лауреаттары: Елена Держинская (Туймазы районының Собханғол ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе); Елена Исакова (Өфөнөң 51-се мәктәбе); Регина Мөхәмәтйәнова (Өфөнөң 127-се мәктәбе). Еңеүсе – Әлшәй районы Раевка ауылының 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе телсеһе Эльза Шевяхова.
Шулай уҡ В.А. Сухомлинский исемендәге «Йөрәгемде балаларға бирәм» миҙалын Ауырғазы районының Талбазы ауылы башҡорт лицейы уҡытыусыһы Рәйсә Исламғоловаға һәм Өфөнөң 110-сы мәктәбенең физика уҡытыусыһы Любовь Александроваға тапшырылды.
Читайте нас: