Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
17 Март 2018, 19:05

Башҡортостан балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыу өсөн 1,3 млрд һумдан ашыу аҡса күсерелә

2018 һәм 2019 йылдарҙа мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында өҫтәмә урындар булдырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһына федераль ҡаҙнанан 1,36 млрд һум күсерелә. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына объекттар төҙөү программаһы сиктәрендә 2018 йылда 574 урынға иҫәпләнгән 6 балалар баҡсаһы сафҡа инәсәк.

2018 һәм 2019 йылдарҙа мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында өҫтәмә урындар булдырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһына федераль ҡаҙнанан 1,36 млрд һум күсерелә. Бынан тыш, республика ҡаҙнаһынан балалар баҡсаларында 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклем кескәйҙәр өсөн төркөмдәр ойоштороу өсөн өҫтәмә сығым йәлеп ителәсәк.

Алдағы ике йылда Өфө, Бәләбәй, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларында һәм Мәсетле, Белорет, Ейәнсура, Салауат, Краснокама, Борай, Саҡмағош, Өфө, Иглин райондарында балалар баҡсалары төҙөләсәк.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына объекттар төҙөү программаһы сиктәрендә 2018 йылда 574 урынға иҫәпләнгән 6 балалар баҡсаһы сафҡа инәсәк.

- Балтас районы Штәнде ауылында 40 урынға;

- Стәрлетамаҡ районы Загородный ҡасабаһында 139 урынға;

- Күгәрсен районы Воскресенск ауылында 50 урынға;

- Ейәнсура районы Таҙлар ауылында 60 урынға;

- Ҡариҙел районы Абыҙ ауылында 90 урынға иҫәпләнгән.
Читайте нас: