Башҡортостанда иң яҡшы уҡытыусыны һайлайҙар: ул нисек була
Башҡортостанда «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының төбәк этабы башлана. Унда бөтөн республика уҡытыусылары ҡатнаша. Ул иһә башланғыс класс, сит телдәр, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, рус теле һәм әҙәбиәте, физик культура, химия һәм биология, математика, физика уҡытыусылары.
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының төбәк этабы башлана. Унда бөтөн республика уҡытыусылары ҡатнаша. Ул иһә башланғыс класс, сит телдәр, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, рус теле һәм әҙәбиәте, физик культура, химия һәм биология, математика, физика уҡытыусылары. Һуңғы йылдарҙа педагогик оҫталыҡ бәйгеһендә эш тәжрибәһе 5 йылдан артамаған 35 йәшкәсә уҡытыусылар әүҙем ҡатнаша. Улар өсөн махсус рәүештә «Йәш йыл уҡытыусыһы» номинацияһы булдырылған. Программа киләһе рәүештә төҙөлгән: 15-16 мартта ситтән тур үтә: «интернет-ресурс» конкурс эше; 20-23 мартта бәйгеселәр таныш булмаған класта дәрес үткәрә, һуңынан 26 мартта уларҙы «Эссе» көтә. 27-28 мартта – оҫталыҡ дәрестәре үтә. 29 мартта – «Мәғариф проекты» конкурсы. Йомғаҡлау конкурс һынауы. 30 мартта «Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле». Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыһы республиканан бөтә Рәсәй кимәлендә сығыш яһай. Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты. Бөтә мәғлүмәт республиканың мәғариф министрлығы сайтында баҫылған. http://www.bashinform.ru/news/1126560-v-bashkirii-vyberut-luchshego-uchitelya-kak-eto-budet-/